Машиналар эшләү предприятиеларының импортты алмаштырыу буйынса эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды 21.10.2015

Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов алып барҙы.

Республикала импортты алмаштырыу  буйынса эшмәкәрлек иң   тәүҙә бәйләнештәрҙе нығытыуҙан башлана. Дмитрий Шаронов әйтеүенсә, тармаҡ предприятиелары бер-береһенең нимә менән шөғөллөнеүен дә белмәй булып сыға.  Мәҫәлән, ҡайһы бер заводтар теге йәки был деталде эшләтеп алыу өсөн  илдең икенсе төбәгенә мөржәғәт иткән. Ә ул әйберҙе үҙебеҙҙә үк эшләүҙәре хаҡында хәбәрҙәр булмаған. Хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында  "Газпром" акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле   ҡоролмалар һәм хеҙмәттәр презентацияһы үткәрелә. Был тәүге аҙым булһа, бөгөн  машиналар эшләү өсөн  интернет портал да эшләй башланы, унда сеймал, заказдар,  әҙер продукцияны ташыу, һатыу,  һирәк осрай торған деталдәр хаҡында  мәғлүмәттәрҙе табып буласаҡ. Предприятелар ҡыйбатлы ҡоролмаларҙы бергәләп һатып алырға ла уйлай. Был алым продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү мөмкинлеге бирәсәк.  Кәңәшмәлә предприятиелар  импорты алмаштырыу буйынса уңыштары менән бүлеште, эште камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе, проблемаларҙы атаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика