Мәғариф усаҡтарына милли эсемлек

Мәғариф усаҡтарына милли эсемлек 30.03.2017

Башҡортостан мәктәптәрен ҡымыҙ менән тәьмин итеү юлдары өйрәнелә. Башланғыс милли эсемлекте етештереүселәрҙең республика кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Фекер алышыу барышында  төбәктең дауалау-һауыҡтырыу, шифахана-курорт һәм сауҙа селтәрҙәре өсөн ҡымыҙ етештереү  мәсьәләһе лә күтәрелде

Ата-бабаларыбыҙ яратып эскән ҡымыҙ бөгөн дә үҙенең баһаһын юғалтмай. Уның шифаһын аңлаған һәр кем йәйен рәхәт­лә­неп эсеп ҡалырға тырыша. Шуға ла эсемлектең үтмәүенә зарланыусылар әллә ни күп түгел.
Республика фермерҙары етештереү ҡеүәттәрен тағы ла арттырырға мөмкин тип иҫәпләй. Әммә бының өсөн бейә һөтөн һатыуҙың башҡа йүнәлештәрен дә киңәйтергә кәрәк. Мәҫәлән, мәктәптәрҙе ҡымыҙ менән тәьмин итеү йәш быуындың сәләмәт булып үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.      
Бындай тәҡдимгә ата-әсәләр төрлө ҡарашта. Кемдер яңылыҡты шатланып ҡабул итһә, ҡайһы  берәүҙәр  әллә ни өнәп етмәй.
Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ менән бер рәттән, бейә һөтөнән төрлө продукциялар етештереүгә лә күберәк иғтибар бирелә башланы. Мәҫәлән, ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе республиканың юғары уҡыу йортонда йогурт эшләргә тотонғандар. Диплом эше яҡлау тапһа милли эсемлектән аҙыҡтың башҡа төрҙәрен дә сығарыу ҡарала.  
Ҡымыҙҙың шифаһы тураһында хәҙер сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. 2015-се йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС самиттары ваҡытында Көньяҡ Африка делегацияһы башҡорт халҡының милли эсемлегенә хайран ҡалыуҙарын белдергәйне. Һуңынан улар үҙҙәрендә лә ҡымыҙ етештерә башлаған. бының өсөн улар зебра һөтөн ҡуллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку