Киләһе йыл бюджеты дефицитһыҙ буласаҡ

Киләһе йыл бюджеты дефицитһыҙ буласаҡ 20.12.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов бюджетҡа килем буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.

Быйыл ун бер айҙа республиканың тупланма бюджетына 116 миллиард һум килем ингән. Һалым һәм һалымға ҡарамаған табыш күләме былтырғынан яҡынса 14 процентҡа күберәк. Был  Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән юғары. Быйыл  ҡаҙнаға табыш күләме буйынса план тулыһынса үтәлер, тип көтөлә. Быға сығымдарҙы оптималләштереү, һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса алып барылған эшмәкәрлек тә йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта әле тынысланырға иртә, сөнки республика ҡаҙнаға һалымдар һәм башҡа йыйымдарҙан  ингән аҡса күләме буйынса Рәсәйҙә 42-се урында ғына торабыҙ, киләсәктә  эште тағы йәнләндереү мотлаҡ, тине Рөстәм Мәрҙәнов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика