Киләһе йыл Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында яңы «туғыҙ йыллыҡ мәктәп-балалар баҡсаһы» үҙ эшен башлаясаҡ

Киләһе йыл Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында яңы «туғыҙ йыллыҡ мәктәп-балалар баҡсаһы» үҙ эшен башлаясаҡ 24.09.2017

Әле объекттың нигеҙе һалына башлаған да инде. Мәғариф учреждениеһы 200 баланы ҡабул итер тип көтөлә.

Кирбес өҫтөнә кирбес һалына, төҙөүселәр буласаҡ белем усағын күтәртеүҙә ҡатнашыуҙарын изге эш тип һанай. Тиҙҙән был урында ике ҡатлы бина ҡалҡып сығасаҡ. Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөлөшө уҙған йыл уҡ башланған була. Әммә подрядсы ойошма тарафынан эш уңышлы алып барылмағанға күрә, ярты йылға биләмәлә тынлыҡ урынлаша. Ниһайәт, ике аҙна элек төҙөлөш майҙанына яңы төҙөлөш компанияһы килепЮ нигеҙ һалыу, монтажлау эштәренә тотона.
Төҙөлөш майҙанында әле егерме кеше эшләй, тиҫтәгә яҡын техника йәлеп ителгән. Проект планына ярашлы, мәктәп 108 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 90 балаға иҫәпләнгән. Яңы бинала айырым спорт һәм тамаша залы ла буласаҡ. Яңы талаптарға ярашлы,  насар хәрәкәтләнгән мөмкинлеге сикләнгән   кешеләргә лифт та ҡуйыласаҡ
Яңы объекттың асылыуын урындағы халыҡ та түҙемһеҙләнеп көтә. Әлегә ауылда 40 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм башланғыс синыфтар өсөн мәктәп кенә эшләй. Һуңғыһында егерме уҡыусы белем ала. Биналар иҫке, ремонт талап итә.
Уҡыу кабинеттары ыҡсым, мебелде лә яңыртырға кәрәк. Шулай ҙа борсолаһы урын юҡ, - ти Абыҙҙағы белем усағы уҡытыусылары. Файҙаланыуға тапшырыласаҡ яңы туғыҙ йыллыҡ мәктәп киҫкен мәсьәләне хәл итәсәк. Айгөл дә тиҫтерҙәре менән бергә заманса йыһазландырылған кабинетта уҡырға теләй
Ә бына 5-11 синыфтар өсөн тағы ла ауырға төшә. Уларға район үҙәгенә йөрөп уҡырға тура килә. Ҡариҙел менән Абыҙ ауылдары Өфө йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Шуға балалар һәм үҫмерҙәргә әле понтон күпер аша ла үтергә тура килә. Әммә ул ноябрь айында ғәҙәттәгесә алынасаҡ. Мәктәпкә тиклем арауыҡ яҡынса өс саҡрым тирәһе. Әлегә белем усағында яҡынса 700 бала уҡый, уларҙың 150-һе Абыҙҙан.
Абыҙ ауылында тыуым күрһәткестәре лә яҡшы. Шуға яңы объектта балалар һаны 100 процентҡа тулы буласағына шик юҡ. Әйткәндәй, мәғариф учреждениеһы төҙөлөшөнә республика бюджетынан яҡынса 200 млн һум бүленәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку