Киләһе йылға Башҡортостан бюджеты ҡарала

Киләһе йылға Башҡортостан бюджеты ҡарала 05.10.2015

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте финанс документының проектын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡарамағына тикшереүгә сығарҙы.  

2016 йылдың бюджеты  118 миллиард 300 миллион һумға иҫәпләнгән, ә бына сығымдарҙың  яҡынса 10 миллиард һумға күберәк булыуы көтөлә. Был ағымдағы йыл менән сағыштырғанда 4 миллиард һумға кәмерәк.  Әммә бар социаль йөкләмәләр ҙә үтәләсәк. Бюджет хаҡындағы закон проекты өс йылға иҫәпләнгән. Әйткәндәй, Рәсәй бюджеты  беҙҙекенән айырмалы бер йылға ғына ҡарала.  Президиум ултырышында билдәләнеүенсә,    илдәге социаль-иҡтисади үҙгәрештәргә ҡарап финанс документына йыл дауамында өҫтәлмәләр ҙә индерелә.
Рида Собханҡолова, Башҡортостандың финанс министры:  «Рәсәй Федерацияһынан айырмалы, Башҡортостан  финанс документы  проектын өс йылға ҡарай, был киләсәкте анығыраҡ фаразлау мөмкинлеге бирә.   Шулай ҙа быйылғы   проекттың  алдағы йылдарҙан артыҡ айырылмауын әйтеп үтергә кәрәк. Ниндәйҙер сығымдарҙы ҡыҫҡартыу ҡаралмай.  Бары тик  инвестиция  программаларының күләме генә бер аҙ кәмейәсәк».
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: «Был финанс документының проекты.  Комитет ултырыштарында ҡаралғандан, фекер алышыуҙарҙан  һуң  үҙгәрештәр индереләсәк. Әммә төп йүнәлеш  шул килеш ҡала -  Республика үҙ өҫтөнө алған бар социаль йөкләмәләрҙе лә үтәйәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку