Халыҡ өсөн арзан торлаҡ!

Халыҡ өсөн арзан торлаҡ! 09.03.2017

Бөгөн Өфөлә төҙөүселәр һәм риэлторҙар хеҙмәттәшлегенә арналған тәүге төбәк-ара конференция үтте. Ул республикалағы төҙөлөш тармағы лидерҙарының береһе – «Гострой» компаниялар төркөмө һәм Башҡортостандың риэлторҙар гильдияһы тарафынан ойошторолдо.

Күсемһеҙ милек баҙарында ҡатнашыусылар үҙ-ара хеҙмәттәшлек, банктар һәм төҙөлөш компаниялары тәҡдимдәре тураһында фекер алышты. Сара сиктәрендә «Гострой» компаниялар төркөмө файҙалы тауарҙар һәм программаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Улар ярҙамында халыҡтың барлыҡ социаль төркөмдәре лә яңы торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Тимофей Вохмин, «Госстрой» компаниялар төркөмө идараһы вәкиле: «Бөгөнгө осрашыуҙың форматын республиканың риэлторҙар гильдияһына тәҡдим  иттек. Сөнки бер үк баҙарҙа эшләйбеҙ һәм күберәк фатирҙар һатыу өсөн күп көс түгәбеҙ. Шуға ла беҙҙең тәҡдим ике аралағы хеҙмәттәшлекте тағы ла емешлерәк һәм һөҙөмтәлерәк итеүгә йүнәлтелгән».  
Төбәктә йәшәүселәр фатир һайлағанда иң беренсе уның хаҡына иғтибар итә, ә риэлторҙар намыҫлы төҙөүсе менән генә эшләргә күнеккән. Бының өсөн объекттарҙың ваҡытында сафҡа инеүе мөһим. Осрашыу һөҙөмтәләре яҡтарҙың бер-береһен ишетеүен күрһәтте, хәҙер һайлау һатып алыусыларға бирелә.    


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика