Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнде

Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнде 10.12.2014

Ришүәт алыу буйынса төбәк Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй.  Быйыл республикала 6 меңдән ашыу коррупция осрағы теркәлгән.

Закон тарафынан ҡаралған тыйыу, сикләүҙәрҙе, килем, сығымдар тураһында мәғлүмәт биреүҙе боҙған өсөн 124 дәүләт, 586 муниципаль кимәлдәге етәксе  яуаплылыҡҡа тарттырылған.  174 ришүәт биреү осрағы асыҡланған. Был йәһәттән иң ҙур сумма 300 мең һум тәшкил итә. Закон боҙоуҙарҙың иң күбе республиканың Урман хужалығы министрлығына  тура килә. Был тармаҡтағы  11 хеҙмәткәр эшенән бушатылған, ҡырҡ дүрте яуаплылыҡҡа тарттырылған.  
Валерий Кузьмин, Башҡортостан прокуратураһының  коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса бүлеге етәксеһе: «Улар законһыҙ урман ҡырҡыу һәм  һатыу  менән шөғөлләнгән. Ялған документтар әҙерләгән, ришүәт  алған, дәүләт хеҙмәтендә булып та коммерция нигеҙендәге ойошмаларҙа эшләгән. Ә Стәрлетамаҡта «Древпром» ойошмаһы эшмәкәрлеген яҡлап уларҙан ришүәт алған  полиция хеҙмәткәре һәм уның ике әшнәһе  хөкөмгә тарттырылды. Улар иркенән мәхрүм ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика