Хәйбулла районы Әбеш ауылында йәшәүсе Илембәтовтар ғаиләһе һөт эшкәртеү цехын асып, сифатлы продукция етештерә башлаған 30.05.2017

Эшҡыуар һөттө урындағы халыҡтан йыя. Ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус программала ҡатнашыу ҙа һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Миллион ярым һумлыҡ грантҡа ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алына.

Һауытҡа ҡойолғанға тиклем яңы һауылған һөт бер нисә этап эшкәртеү үтә. Шунһыҙ продукцияның сифаты, һаҡлау ваҡыты ла тейешле кимәлдә булмаясаҡ,-ти эшҡыуар Йәмил Илембәтов. Әбеш ауылында һөт эшкәртеү цехын асыу башта уның хыялы ғына булһа, бизнес-план төҙөгәндән һуң - маҡсаты ла үҙ яйы менән тормошҡа аша. Ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программала ҡатнашып, ике йөҙ дәғүәсе араһынан еңеп сыға. Бүленгән матди ярҙамға һөттө эшкәртеү, ҡаптарға тултырыу өсөн махсус ҡорамалдар һатып ала.
Әбештәрҙе хәҙер һөттө ҡайҙа тапшырырға тигән һорау борсомай. Көнөнә Илембәтовтар ғаиләһе урындағы халыҡтан өс йөҙ литрҙан ашыу һөт йыйып ала. Эш күптән яйға һалынған.
Әбеш ауылында етештерелгән һөт райондың барлыҡ сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Сифатлы продукцияға иһә ихтыяж юғары. Илембәтовтар ғаиләһе киләсәктә етештереү күләмен тағы ла арттырырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика