Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында эшҡыуарҙар ярҙамында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә

Көйөргәҙе районының  Маяҡ ҡасабаһында эшҡыуарҙар  ярҙамында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә 25.08.2014

Бының  өсөн Силәбе өлкәһенән килгән инвестор 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә иҫәп тота.

Предприятие киләсәктә тәүлегенә 1 мең тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Төҙөлөштөң беренсе этабы киләһе йыл аҙағында тамамланасаҡ, ти хужалар.  Икенсе сираты иһә 2017 йылда сафҡа инер тип көтөлә. Заводты сеймал менән Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе хужалыҡтары тәьмин итәсәк. Завод шулай уҡ   300 кешегә эш урындары булдырасаҡ. Төҙөлөш эштәре барышы менән шәмбе республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов танышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку