Күпләп мал үрсетеү - уңыштың яртыһы ғына

Күпләп мал үрсетеү - уңыштың яртыһы ғына 05.01.2017

Ни тиһәң дә, ауыл хужалығы тауарҙарын магазин кәштәләренә сығарырға ла кәрәк. Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылы фермеры район үҙәгендә бер нисә сауҙа нөктәһен асып, көрсөк, санкцияларға ҡаршы көрәшә. Урындағы халыҡ та үҙҙәрендә етештерелгән сифатлы ит продукцияһын һатып алыу яҡлы.

Радик Ғәбиҙуллин етәксемен тип ҡул ҡаушырып ултырыуҙы үҙһенмәй, итте үҙе эшкәртергә тырыша. Ун бер йыл элек Түбәнге Ләмәҙ ауылында ул малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә һыйыр малы тотһа, артабан йылҡысылыҡҡа күсә. Хужалыҡта хәлдәр нығынғас, район үҙәгендә ит продукцияһын етештереү эшен йәнләндерә. Ярымфабрикаттар әҙерләү буйынса цех төҙөй. Яңы объекттың барлыҡҡа килеүенә урындағы халыҡ та ҡыуана. Сифатлы продукттарҙың булыуы бер, икенсенән, бында тиҫтәнән ашыу эш урындары барлыҡҡа килә.
Цехта ваҡ бәлештәр, билмән, барлығы 25 төр продукция етештерелә. Ассортимент байығандан- байый. Бынан тыш, ҡаҙ, өйрәк ыҫлау ҙа яйға һалынған. Махсус ҡорамалдар ярҙамында эш процессы тиҙ бара,- ти хеҙмәткәрҙәр.
Радик Ғәбиҙуллин башлыса йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, шуға эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше лә - ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған һәм ыҫланған ҡаҙы әҙерләү. Йүнсел әйтеүенсә, был продукцияны һатыуға сығарыу еңелдән генә түгел. Махсус сертификаттар кәрәк, лабораторияла ит тикшереү үтергә тейеш. Был да өҫтәмә сығымдар талап итә.
Халыҡтың һаулығын ҡайғыртып үҙ эшен башлаған Радик Ғәбиҙуллин райондың башҡа хужалыҡтарының да төп ярҙамсыһы. Йүнсел уларҙың да ит продукцияһын халыҡҡа еткереүҙә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика