Күп ҡатлы йорттарҙа  дөйөм ҡулланылыш өсөн  хеҙмәттәргә түләүҙәр ай һайын арта 26.05.2015

Ни өсөн электр энергияһы, һыу өсөн хаҡтар юғары. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарынан торған махсус комиссия Өфөнөң Орджоникидзе, Калинин, Октябрь  райондарындағы күп фатирлы йорттарға рейд ойошторған. Һөҙөмтәләр бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комиссия ағзалары, хакимиәт башлыҡтары һәм  хеҙмәтләндереүсе ойошма етәкселәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.

Торлаҡ йорттарҙың һәр береһенә тиерлек ҡуйылған иҫәпләү ҡоролмалары  фатир эсендәгеләрҙән күпкә юғарыраҡ һандар күрһәтә. Сәбәбе - электр селтәрҙәренә рөхсәтһеҙ тоташыу, иҫке приборҙары ҡулланыу,  күрһәтелгән  хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәү. Түңәрәк өҫтәлдә идарасы  һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың килешеп эшләү шарттары барланды.
Дамир Мөсәбиров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың эксперт советы рәйесе: «Квартплата күтәрелә ай һайын. Ниңә күтәрелә. Бөгөнгө кәңәшмәлә тап ошо  ике мәсьәләне тикшерәбеҙ. ОДН  коммуналь түләүҙәрҙән дә юғары булып килә. Был айырыуса аҙ килемле кешеләрҙең: пенсионерҙарҙың, йәш ғаиләләрҙең кеҫәһенә һуға. Беҙ уны кәметеү юлдарын ҡараясаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика