Күмертауҙа күмер сығарыу эштәре яңынан башланды 18.07.2017

Маячный ятҡылығының 1-се Төнъяҡ участкаһында тау-әҙерләү эштәре бара. Был хаҡта Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Күмерҙе "Көньяҡ Урал Күмер"предприятиеһы сығарасаҡ.

50 эш урыны асыу планлаштырыла. Башланғыста 250 мең тонна күмер сығарыу күҙаллана. Күмер асыҡ ысул менән гидравлик экскаваторҙар ярҙамында табыласаҡ. Белгестәр уның юғары сифатлы булыуын билдәләй. Һоро күмерҙең запасы был ятҡылыҡта 25 йылға етәрлек. Сеймалдағы мәтдәләрҙән ашлама эшләү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, һоро күмерҙән тау балауыҙы алынасаҡ. Ошоға тиклем Рәсәй уны сит илдәрҙән һатып ала ине. Самолеттар төҙөүҙә,космонавтика һәм парфюмерияла  киң ҡулланылған мәтдә Күмертауҙа  сығарыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика