Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә өлөшләтә фатир һатып алыусылар төҙөлөш эштәренең һүлпән барыуына зарланып, беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте

Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә өлөшләтә фатир һатып алыусылар төҙөлөш эштәренең һүлпән барыуына зарланып, беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте 28.09.2016

Зәки Вәлиди урамында алты ҡатлы бинаның стеналары күтәрелгән, тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре лә тамамланған. Әммә ул йәшәүгә һаман яраҡһыҙ тип һанала.

Гөлнара Ижбердина әсәһен буласаҡ өс бүлмәле фатиры менән таныштыра. Тормош иптәше, балалары менән ул бында күптән күсергә тейеш була. Тик «Ишембай торлаҡ төҙөлөшө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәкселеге ҡуйған вәғәҙәләрен теүәл үтәмәй. Һөҙөмтәлә йәш ғаилә әле ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Быға өҫтәп, ай һайын утыҙ мең һумлыҡ ипотеканы ла түләргә кәрәк.
Ижбердиндар был өс бүлмәле фатир өсөн ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын түгә. Тәү сиратта, уларҙы элиталы торлаҡтың ҡыҫҡа ваҡытта төҙөләсәге ҡыҙыҡһындырған. Әле бер нисә подъезда ғына штукатур эштәре башҡарылған.
Йорттоң файҙаланыуға тапшырылыуын тағы ла етмеш ғаилә көтә. Компания етәкселеге төҙөлөштөң тотҡарланыуын илдәге иҡтисади көрсөккә бәйләй. 112 фатирҙың ҡырҡ проценты әле һаман һатылмаған.
Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдан ипотекаға батып алдандыҡ тигән ҡарашта. Быйыл квадрат метр өсөн түләүҙәр күпкә кәмегән. Бынан тыш, фатирға күсеү ваҡытының оҙайтылыуын иҫкәртеүсе булманы тип зарланыусылар ҙа бар.
Екатерина Снедкова, торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусы: «Бында хәҙер фатир һатып алырға ла ҡурҡалар тип уйлайым. Бөгөн мин алған фатир ике йөҙ илле мең һумға арзаныраҡ тора. Ни өсөн беҙ бында һаман  күсә алмайбыҙ?! Беҙгә бер кем дә аныҡ ҡына аңлатмай».
Йыл ярым эсендә күптәр түҙмәй, неустойка өсөн аҡсаһын  кире ҡайтара башлаған. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре судтарға йөрөп дүрт миллион һумды юғалттыҡ ти. Өҫтәмә финанстарҙың табылыуы әлеге биләмәлә эштәрҙең йәнләнеүенә килтергән. Ике аҙнанан һуң йорт янында асфальт һалыныр тип көтөлә.
Вәғәҙәләр үтәлерме-юҡмы әлегә билдәһеҙ. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршыларға теләй. Кире осраҡта улар бергә йыйылып тағы ла судҡа мөрәжәғәт итмәксе.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика