Ишембай ҡалаһында урынлашҡан "ИНМАН" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте инвестициялар ярҙамында майҙандарын киңәйтте 27.07.2015

2011 йылда завод Палфингер Австрия концернына ингәйне. Сит ил эшҡыуарҙарында  сәнәғәт тармаҡтары өсөн манипуляторҙар эшләүсе предприятие ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.  Һөҙөмтәлә заводтың етештереү ҡеүәтен арттырыуға, яңы цех төҙөлөшөнә 14 миллион евро  йүнәлтелә.  

Кран-манипуляторҙар етештереүсе яңы цехтың асылыуы Ишембайҙар өсөн генә түгел, республика һәм Рәсәй кимәлендә лә мөһим ваҡиға. Завод майҙандарын киңәйтеү, өҫтәмә корпус төҙөүҙән тыш,  алтмышҡа яҡын яңы эш урыны булдырыла. Предприятиела хәҙер 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Тәүгеләрҙән булып яңы корпусҡа уның төп хужалары - бригадир, оператор, һәм иретеп йәбештереүселәр аяҡ баҫты. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ бурысын яҡшы белә.

Халыҡ-ара талаптарға яуап биргән корпуста  бөтә механизмадар автоматлаштырылған.  Кран-манипуляторҙың ауыр деталдәрен пульт ярҙамында ғына бер урындан икенсе урынға күсерергә мөмкин. Цехта  һәр иретеп йәбештереүсенең  үҙенең тәғәйен эш урыны бар. Шулай уҡ эшселәргә ял итеү, йыуыныу  һәм туҡланыу өсөн дә шарттар тыуҙырылған.  

Кран-манипуляторҙар хәҙер заманса ҡоролмаларҙа етештерелә.   Мәҫәлән, лазер ҡулайламаһын ғына алайыҡ. Бығаса ҡулланылмаған техник ацехтың  етештереү ҡеүәтен бер нисә тапҡырға арттырған. Уға бер оператор идара итә ала.

Фрезерлы станок артында  Раян Шаһимәрҙәнов. Әлегә уның  заводтағы хеҙмәт стажы - бер йыл ғына, шулай ҙа тырыш эшсене яңы цехҡа алалар. ,,Был корпуста иркенерәк. Яңы ҡоролмаларҙа кран-манипуляторҙар өсөн деталдәр эшләү ҙә ауыр түгел,"- ти Раян.

Йәлеп ителгән инвестициялар заводтың артабанғы үҫешенә көслө этәргес.
Австрия концерны предприятиела матди-техник яҡтан байытыу эштәрен туҡтатырға уйламай.

Ишембай ҡалаһының көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан яңы цех 10 мең квадрат метр майҙанды биләй. Бында айына барлығы 100-гә яҡын кран-гидроманипуляторҙар етештереү күҙаллана. Заманса ҡорамалдарға һорау ҙур, заказдар ҙа күп. Тимәк, заводтың киләсәге лә өмөтлө.

Гөлназ Хәйбуллина

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика