Иртәгәнән 476-сы федераль закон үҙ көсөнә инә

Иртәгәнән  476-сы федераль закон үҙ көсөнә инә 30.09.2015

Уға ярашлы, шәхси эшҡыуар булмаған граждандар ҙа суд аша үҙҙәрен банкрот тип таный ала.

Сара халыҡтың банктар алдындағы бурыстарын кәметеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, 1-се апрелгә билдәле булыуынса, Рәсәй буйынса 40 миллионға яҡын кешенең түләнмәгән кредиты бар. Был иҡтисади әүҙем халыҡтың яртыһы. Ә Башҡортостандың милли банкы мәғлүмәтенә ярашлы, республикала бирелгән бөтә кредиттарҙың 7 проценты буйынса ваҡытында түләүҙәр индерелмәй. Шул уҡ ваҡытта үҙеңде банкрот тип иғлан итеү бурыстарыңдан ҡотолдоң тигәнде аңлатмай тип билдәләй белгестәр. Беренсенән, законлы хоҡуғы менән 500 мең һумдан ашыу бурысы һәм уның буйынса өс ай һәм унан да күберәк түләмәгән граждандар файҙалана ала. Икенсенән, был осраҡта бурыслы кеше тейешле процедуралар үткәреү менән бәйле сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Улар араһында финанс идарасыға түләү ҙә бар.  
Динара Мәһәҙиева «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе:  «Гражданиндың банкротлыҡ процедураһы мотлаҡ финанс идарасы ҡатнашлығында үтергә тейеш. Ул ни өсөн бурыс барлыҡҡа килеүе, уны бөтөрөү юлдарын асыҡлай. Кәрәк икән түләүҙәр графигына үҙгәреш индерә, ә инде был да ярҙам итмәгән осраҡта гражданиндың мөлкәтен һатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шуның менән бергә, банкрот тип танылған кешене суд сит илгә сығыуҙы сикләй ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку