Инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә 30.10.2016

Рәсәйҙә 11-се. Һуңғы ун квартал һөҙөмтәләре буйынса тотош илдә инвестиция климатының насарайыуы теркәлә. Был күренеш республиканы ла урап үтмәне.  Инвестиция күләме 2 ярым процентҡа кәмегән.

Өҫтәүенә, ҡайһы бер райондар бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаларҙы ла инвестиция тип күрһәтеп яңылышлыҡ индерә. Был күренеш язаһыҙ ҡалмаясаҡ, тине республика етәксеһе инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында.
Республикала йәлеп ителгән инвестиция күләме 117 миллиард һумдан ашҡан. Әлеге мәлдә тағы ла 682 миллиард һумлыҡ 5 йөҙгә яҡын инвестиция проекты хәл ителеү өҫтөндә. Уларҙы республикала ҡалдырыу өсөн барыһы ла эшләнергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Тап инвестициялар ярҙамында ғына иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итергә мөмкин.
Ултырышта билдәләнеүенсә,  республиканың 29 районында инвестиция климатының яҡшырыуы күҙәтелә. Тағы ла 33 районда киреһенсә, насарайған. Хатта, әлегә тиклем инвестиция стратегияһы булмаған төбәктәр  ҙә бар. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, инвесторҙарҙы йәлеп итеү бер республика етәкселегенең генә эше түгел. Эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу, өҫтәмә финанстар йәлеп итеү менән һәр муниципаль район, ҡала округтары үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш. Эшҡыуарлыҡ даирәләре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, берҙәм эшләү фарыз. Юғиһә, бәләкәй бизнесты үҫтереү буйынса эш республикала бөтөнләй уңышһыҙ, тине республика етәксеһе. Эшҡыуарлыҡта шөғөлләнгән кешеләр һаны буйынса Башҡортостан илдең 85 төбәге араһында 75-се урынды ғына биләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика