«Интерфест-2014»

«Интерфест-2014» 10.06.2014

Бөгөн Өфөлә үҙ эшеңде асыу мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара Франшиз һәм бизнес бәйләнештәр фестивале үтте. «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында ойошторолған фестивалдә 500-гә яҡын эшҡыуар һәм инвестор ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең уңышҡа өлгәшкән йүнселдәре менән аралашып, партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөй алды.

Бөгөн Өфөлә үҙ эшеңде асыу мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара Франшиз һәм бизнес бәйләнештәр фестивале үтте. «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында ойошторолған фестивалдә 500-гә яҡын эшҡыуар һәм инвестор ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең уңышҡа өлгәшкән йүнселдәре менән аралашып, партнерҙар менән килешеүҙәр төҙөй алды.

«Пышка», «Мирный воин», «Уңайлы торлаҡ» һәм башҡалар. «Интерфест-2014» Башҡортостанда билдәлелек яулаған егерменән ашыу компанияны һәм 500-гә яҡын эшҡыуарҙы йәлеп итте. Атап үтелгән брендтарҙың ҡайһы берҙәре франчайзинг системаһын күптән ҡуллана. Уларҙың береһе - «Пышка» компанияһы Рәсәй кимәлендә эш алып бара. Был сарала беҙҙең тәжрибә барыһына ла файҙа килтерер, тип ышана предприятие вәкилдәре.
Наталья Степанова, «Пышка» компаниялар төркөмөнөң франчайзинг буйынса директоры: «Беҙҙең предприятиелар Өфөлә генә түгел, Рәсәй кимәленә лә сыҡты. Салауат, Нефтекама, Мәскәү ҡалаларында ла нөктәләребеҙ бар. Бөтәһе 88 сауҙа нөктәһенең 32-һе франчайзинг юлы менән эшләй».
Фестивалдә шулай уҡ киләсәктә франшизалар йүнәлешендә эшләргә теләүселәр ҙә үҙ компанияһын тәҡдим итте. Йәш эшҡыуарҙарҙың береһе Тәлғәт Юнысов әйтеүенсә, улар әҙер эште һатып алырға теләүселәр менән төрлө шарттарҙағы килешеүҙәр төҙөй. «Мирный воин» компанияһы исеме аҫтында эшләү өсөн 100 меңдән миллион ярым һумға тиклем түләргә мөмкин. Ләкин юғары хаҡҡа предприятие белгестәре эш башлаусыға күберәк ярҙам итә.
Франчайзинг системаһының бер быуатҡа яҡын тарихы бар. Беҙҙең илдә ул күптән түгел барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса белгестәр, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар ҙа был йүнәлештең киләсәге бар тип иҫәпләй.
«Интерфест – 2014» Рәсәй менән Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүе менән дә әһәмиәтле. Делегация менән килгән Алматы эшҡыуарҙар ассоциацияһы вәкилдәре сараға ҙур өмөттәр бағлай. Рәсәй - Ҡаҙағстан таможня союзы беҙҙең эштә ҙур мөмкинлектәр аса, ти улар.
Олжас Досанбай, Алматы эшҡыуарҙар ассоциацияһының башҡарма директоры: «Беҙҙең ассоциация иң уңышлы эшләгән 500 предприятиены берләштерә. Алматы ҡалаһы иһә Ҡаҙағстандың эшҡыуарлыҡ үҙәге. Бындай эшлекле сәфәрҙәр ике ил өсөн дә файҙалы. Сөнки иҡтисади бәйләнештәр тап ошондай әүҙем эш алып барған эшҡыуарҙар осрашыуында булдырыла». Ойоштороусылар бер сара менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә үҙебеҙҙең милли брендтарҙы үҫтереү, уларҙың франшизаларын булдырыу ниәте менән яна.
Фестивалдә ҡатнашыусылар күргәҙмәләге предприятиелар эше, айырым брендтарҙы һатып алыу шарттары буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы. Франчайзинг системаһы буйынса семинарҙар үткәрелде. Ойоштороусылар фестивалдән һуң йылдар дауамында йышылған, ыңғай тәжрибәгә эйә булған йүнселдәрҙән өлгө алып, үҙ эшен асыусылар артыр тигән ышаныста ҡалды.
Рәшит Тайбугин


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку