Инфляцияның  иң юғары кимәле  артта ҡалды 13.05.2015

Дәүләт федераль статистика хеҙмәтенән  белдереүҙәренсә, һуңғы һигеҙ ай эсендә тәүге тапҡыр инфляцияның кәмеүе күҙәтелә. Мартта аҡсаның баһаһы  һуңғы ун өс йылда  иң түбән баҫҡысҡа төшөп,  ун ете процент тип билдәләнгән.  Республикалағы күрһәткестәр Рәсәйҙекенән ҡалышмаһа ла,  ҡайһы бер айырмалар бар. Былтыр декабрҙә магазиндарҙа ҙур сираттар барлыҡҡа килде. Һумдың төшөүенә хафаланған  халыҡ аҡсаһын әйбергә әйләндерергә тырышты. Әммә дүрт-биш ай үтеүгә,  уларҙың отолоуы асыҡланды.

Рөстәм Ахунов, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры: «Улар әлбиттә, отолдо..Һумдың курсы тотороҡланыуына бәйле хаҡтар элекке хәленә ҡайта. Һорау ярайһы ғына кәмегәнгә һатыусылар хаҡтарҙы көйләп төрлө акциялар үткәрергә  мәжбүр».
Эксперттар билдәләүенсә, яҡын арала социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҙгәреше көтөлмәй.  
Апрелдә картуф,  йомортҡа, ҡыяр арзанайҙы, шулай ҙа  ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелгән.
Венера Ғәйнанова, Башҡортостанстат идаралығының хаҡтар  статистикаһы  һәм финанс бүлеге етәксеһе: «Апрелдә ҡыҙыл сөгөлдөр, кишер, һуған өс процентҡа тиклем ҡиммәтләнгән. Йыл башы менән сағыштырғанда, ул бер бөтөн ундан дүрт процент. Арыш-бойҙай  икмәгенә, бойҙай онона  хаҡ ике процентҡа артҡан. Ҡайһы бер спиртлы эсемлектәр апрелдә дүрт процентҡа тиклем ҡиммәтләнгән, йыл башынан бирле был күрһәткес  ун алты процентҡа еткән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика