Илеш районында 24 мәктәп,12 балалар баҡсаһы эшләй

Илеш районында 24 мәктәп,12 балалар баҡсаһы эшләй 28.12.2016

Һуңғы йылдарҙа асылған мәғариф учреждениелары инновация алымдарға таянып эш итә. Районда шулай уҡ көнөнә  250 кешене хеҙмәтләндерәсәк поликлиника төҙөлә башлаған.

Түбәнге Йәркәй ауылының ихлас һәм һәләтле балалары ҡунаҡтарға һәр ваҡыт шат. Элек был урында ҡола ялан булған. Ата-әсәләр балаларын күрше ауылда урынлашҡан мәктәпкәсә учреждениеға йөрөткән.  Ә бөгөн бында заманса технологиялары  һәм йыһаздары булған балаларҙы үҫтереү үҙәге. Бәләкәстәр балалар баҡсаһынан уҡ компьютер технологияларын үҙләштерә. Махсус кабинетта улар уҡытыусы етәкселегендә балалар уҡыу программаһын өйрәнә.
Ләйсән Камалетдинова, Түбәнге Йәркәй балалар үҙәге мөдире: «Ошоға тиклем бындай балалар баҡсаһы булманы. Яҡындағы баҡса алты саҡрымда урынлашҡан ине».
Бәләкәстәргә генә түгел, ә ике йөҙләп уҡыусыға ла йәйәүләп мәктәпкә йөрөргә тура килгән. Хәҙер иһә был лицей Илеш уҡыусыларының ғорурлығы. Бында шулай уҡ ресурс үҙәге эшләй. Уның бер кабинетында ғына  ҡырҡлаған компьютер урынлаштырылған. Ресурс  үҙәгендә Өфө дәүләт нефть техник университетына инеү өсөн әҙерләү  курстары ла эшләй. Каникул мәлендә уҡыусылар юғары уҡыу йорто лекторҙарынан белем алыу мөмкинлегенә эйә.
Илеш районы үҙәгендәге социаль объекттарҙы, халыҡ йәшәгән торлаҡтарҙы   Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан  үҙәкләштерелгән үҙәк йылытыу системаһы хеҙмәтләндерә. Бер йыл элек уны үҙгәртеп ҡороуға 129 миллион һум аҡса бүленгән. Иҫке ҡаҙан 1978 йылда төҙөлгән. Реконструкциялау барышында ҡорамалдар алыштырылған, биш һыу йылытыу һәм бер пар ҡаҙаны ҡуйылған.
Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан үҙәк ҡаҙанлыҡ цифрлы технологиялар ярҙамында эшләй.  Өс ҡаҙанлыҡтың береһе авария осрағына резервта тора. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ҡаҙанлыҡты 18 кеше хеҙмәтләндерә.
Илеш районының социаль йөҙө халыҡҡа эшләү, донъя көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырыу,  йәшәйешкә  заман технологияларын ҡыйыу индереүгә бәйле. Быйыл октябрҙән көнөнә  250 кешене хеҙмәтләндерәсек поликлиника төҙөлөшө башланған.  Дауахананың дөйөм майҙаны - дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Дауалау объектын бер йыл эсендә төҙөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.  Киләсәктә лә социаль  йүнәлештә мөһим проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку