Иглин районы үҙәгендә урынлашҡан Союзная урамынан фатир һатып алыусылар бер-нисә йыл рәттән үҙ торлаҡтарына күсенә алмай

Иглин районы үҙәгендә урынлашҡан Союзная урамынан фатир һатып алыусылар бер-нисә йыл рәттән үҙ торлаҡтарына күсенә алмай 21.09.2016

Сәбәбе - объектта төҙөлөш, һәм биҙәкләү эштәре тамамланмаған. Файҙаланыуға тапшырылған берҙән-бер  йортта ла етешһеҙлектәр күп. Иғәнәселәрҙең күпселеге төҙөлөш компанияһы үҙен банкрот тип иғлан итеүе лә ихтимал тигән ҡарашта.  

Виталий Теплов Союзная урамы 1-се  кәсер а йортоноң   23-сө фатирында йәшәй. Уға йылдар буйы төҙөүселәр ҡалдырған  етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә  тура килә. Хужа дымлы иҙәндәрҙе 10 cантиметрға күтәрә, үҙ аҡсаһына линолеум  йәйә, кафель йәбештерә. Реклама биргәндә төҙөлөш фирмаһы клиенттарға бөтә ремонт эштәре тулыһынса башҡарыласаҡ тип ышандыра. Әммә ысынбарлыҡта, уға үҙ ҡулдары менән йыуыныу бүлмәһен йыһазландырырға, бәҙрәф өсөн айырым бүлмә бүлергә тура килә.
Эдуард Яҡупов был торлаҡты ҡуртымға алған. Ай һайын ете мең һум түләп тора. Ғаилә башлығы бүлмәне  елләтеү насар булыуына  һәм ҡыҙына уйнар өсөн шарттар булмауына зарлана.
Ҡалған ике йөҙләп кеше бөтөнләй фатирҙарына күсенә алмай. Ирина Шустрикова 2012 йылда уҡ өс бүлмәле фатиры өсөн иҫәпләшкән. Ике йәй инде ул  күсергә  хыяллана ,әммә бөтәһе лә бушҡа.
Ирина Шустикова, Союзная  урамы, 1В йортонан  фатир һатып алыусы: «Стройиндустирия» фирмаһы менән иҫәпләшеүемә дүрт йыл ваҡыт үтте. Ә мин әлегә тиклем торлағыма күсенә алмайым. Унда төҙөүселәргә ятаҡ ойошторолған. Уларҙы күсереүҙе талап итеп күпме генә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡараһам да, улар бында йәшәүен дауам итә».
Союзная урамындағы яңы төҙөлөштән фатир һатып алыусылар бөгөн  фирмала эшләүсе Людмила Ғайсина     менән генә аралаша алды. «Стройиндустрия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт  Иглин  ҡасабаһының Высоцкий урамындағы 5-се йортонда  теркәлгән.
Людмила Ғайсина: «Төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнде, халыҡтың беҙҙең менән иҫәпләшергә аҡсаһы юҡ. Бөтә эш бартер нигеҙендә алып барыла».
Ольга Орлованы  был йорттағы  фатир, хаҡы баҙарҙыҡынан арзаныраҡ булыуы һәм балалар баҡсаһына яҡын булыуы менән ҡыҙыҡтыра. Әммә икенсе миҙгел  инде ул подъезына ла инә алмай аҙаплана.
Төҙөлөштә күҙгә бәрелеп  торған етешһеҙлектәр булыуына ҡарамай, "Стройиндустрия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт күрше урамдарҙа  ла күп фатирлы йорттар күтәрә. Унда ла һатып алыусыларға: "Фатирҙар уңайлы һәм ремонт эшләнеләсәк" тигән вәғәҙәләр менән торлаҡ  һатыла башлаған. Яуап эҙләп беҙ ширҡәт етәксеһенә шылтыраттыҡ, әммә яуап биреүсе булманы.
Төҙөлөш фирмаһы эшмәкәрлеге  менән килешмәүсе  иғәнәселәр үҙ хоҡуҡтарын суд аша яҡларға ниәтләй. Ойошмаға бөлгөнлөккә төшөү ҡурҡынысы ла янай. Шуға ла ширҡәтте банкрот тип иғлан итеп өлгөрмәҫ борон торлаҡ һатып алып алданыусылар төҙөлөштәге баш-баштаҡлыҡтар тураһында мәғлүмәтте власть вәкилдәре һәм тәртип һаҡлау органдарына еткерергә теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку