Иҡтисади көрсөк ваҡытында бәләкәй эшҡыуарлыҡ төрлө яҡлап ярҙам алырға тейеш

Иҡтисади көрсөк ваҡытында бәләкәй эшҡыуарлыҡ төрлө яҡлап  ярҙам алырға тейеш 17.02.2015

Эре предприятиелар етештереү күләмдәрен юғалтҡанда, ҡаҙна тап бизнес иҫәбенә тулылана. Әммә, бының өсөн эшҡыуарлыҡты тотҡарлаусы бар кәртәләрҙең дә алыныуы шарт.  Иҡтисадтың реаль секторы булған бизнес өлкәһе үҫешенә  ҡамасаулаусы ҡытыршылыҡтар етерлек. Шуларҙың береһе коррупция. Мәсьәлә бөгөн ил төбәктәренең  эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау вәкилдәре кәңәшмәһендә ҡаралды.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәр яҡлап та ҡыҫырыҡлана. Бигерәк тә урындағы етәкселек бизнес үҫешен тотҡарлай, тигән фекерҙә белгестәр. Был ҡаршылыҡтарҙы закон нигеҙендә алып ташлау көн талабы. Семинарҙа ҡатнашыусылар төбәктәрҙең коррупцияға ҡаршы ҡануниәте менән танышып һөҙөмтәле берҙәм документ әҙерләргә иҫәп тота. Миҫал сифатында Европа илдәре тәжрибәһе лә өйрәнеләсәк. Унда эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтары етди һаҡлана һәм һөҙөмтәлә иҡтисадтың реаль секторы ла ҡаҙнаның шаҡтай ҙур өлөшөн тулыландыра.  
Вячеслав Ғиләжетдинов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Сит ил эшҡыуарҙары менән йыш аралашырға тура килә. Уларҙың эш алымдары һоҡландыра. Мәҫәлән, Ҡытайға инвестиция индерәм тиһәң, улар һине үҙҙәре самолет менән килеп ала. Ә беҙҙә эш башлау өсөн документтарҙы ғына айҙар дауамында эшләйҙәр. Хатта, сит ил кешеһенә виза ла өс айы буйы әҙерләнә. Үҙебеҙҙең йүнселдәр ҙә эш башлағанда ҙур административ кәртә аша үтергә мәжбүр. Бына ошо ҡатмарлыҡтарҙы  алып ташлағанда эшҡыуарлыҡ еңелерәк тын алып ҡалыр ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку