Иҡтисади көрсөк шарттарында һәр бер тин ҡәҙерле, дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу мотлаҡ

Иҡтисади көрсөк шарттарында һәр бер тин ҡәҙерле, дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу мотлаҡ 04.02.2015

Шуға күрә  республиканың контроль-иҫәп палатаһы  ҡаҙнанан бүленгән ресурстарҙың маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуын күҙәтеүҙе көсәйтергә ниәтләй. Был турала бөгөн Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе 2014-се йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһауға  һәм киләсәккә бурыстарҙы билдәләүгә арналған  ултырышта белдерҙе.  

Был видеояҙма былтыр көҙ Стәрлетамаҡ районында төшөрөлгән.   Октябрьский ауылында йәшәүселәр һыу юҡлыҡҡа зарлана.   Уның ҡарауы. документтар буйынса  ауылға  яңы һыу үткәргес ҡуйылған,  был эшкә дәүләт  ҡаҙнаһынан 27 миллион һум аҡса тотонолған тип отчет бирелгән. Тик ысынбарлыҡ  ҡағыҙҙағы күрһәткестәрҙән айырыла. Ә бына урамда һыу етерлек, көнө-төнө аҡҡан һыуҙан күләүектәр барлыҡҡа килгән.
Контроль-иҫәп палатаһының аудиторҙары  мутлашыусыларҙың серен асҡан, хәҙер  был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында ер  участкаларын бүлеү  менән бәйле етешһеҙлектәр  ҙә асыҡланған. Дәүләт иҫәбенә байырға теләүселәр Нефтекама ҡалаһында ла табылған. Бында ла ерҙе социаль объекттарға тип бүлеп һуңынан эшҡыуарҙарға тапшырғандар. Ҡаҙнаның юғалтыуҙары миилиардтар менән иҫәпләнә.
Дәүләт аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланмау осраҡтары шулай уҡ  Өфөләге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында, тиҙ ярҙам хеҙмәтендә лә, ҡан тапшырыу станцияһында ла асыҡланған. Әле аудиторҙар туплаған документтарҙы хоҡуҡ һағында тороусыларға тапшырылған. 2014-се йылда  контроль-иҫәп палатаһы  тарафынан 10 миллиард һумға закон боҙоу осраҡтары һәм етешһеҙлектәр  асыҡланған. Уларҙың яртыһы тиерлек дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланмау, тағы 2 миллиардтан ашыуы ҡаҙна байлығын туҙҙырыуға тура килә. Контроль-иҫәп палатаһы ярҙамында был аҡсаларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарылған..
Салауат Харрасов, Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы рәйесе: «Дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланырға тейеш, шул ваҡытта ғына беҙ социаль-иҡтисади үҫеш хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Иҡтисади көрсөк шарттарында был тәңгәлдәге эшмәкәрлекте  тағы ла яҡшрытыу  талап ителә тип иҫәпләйем».
Әле ҡаҙылма ятҡылыҡтарҙы файҙаланыу буйынса  тикшереүҙәр бара. Ер аҫты байлыҡтарын баһалау һәм уларҙы ҡаҙыуға ризалыҡ лицензияһыҙ    башҡарыла.  Аудиторҙарҙың  тикшереүҙәре буйынса  Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында  ҡаҙылған ятҡылыҡтар күләме хаҡында тулы мәғлүмәт  булмауы асыҡланған,  дәүләт экспертизаһы алып барылмаған.   Бынан тыш, карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеүҙең байтаҡ осраҡтары  билдәле булған. Шуға күрә  аудиторҙар  был өлкәлә тәртип урынлаштырыу тәҡдимен күтәреп сыҡҡан.
Контроль-иҫәп палатаһы алдында 2015-се йылда ла мөһим бурыстар тора. Сөнки иҡтисади көрсөк шарттарында һәр бер тин ҡәҙерле, дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу мотлаҡ. Шуға күрә контроль-иҫәп палатаһы белгестәре  дәүләт программаларҙы ғәмәлгә ашырыуға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитын  үткәреүгә ҡаҙнанан бүленгән аҡсаны маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙы етди күҙәтеүгә алырға ниәтләй.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку