Иҡтисади үҫештең нигеҙендә фәнни асыштар ята 08.12.2016

Башҡортостан предприятиелары элек сит илдән алынған тауарҙарҙы үҙебеҙҙә етештереүгә күсә. Хатта, башҡа дәүләттәргә һата ла башлаған.  

Геүләп әйләнгән был һауыттарҙа баҫыу ҡоротҡостарының төп дошманы гербицидтар һәм бактериялар уйлап табыла. Элек хужалыҡтар үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм уңдырышлыҡты арттырыу өсөн махсуслаштырылған  препараттарҙы ситттән һатып алһа, хәҙер улар Өфө лабораторияһында, биотехнологиялар буйынса инжиринг үҙәгендә сығарыла. 2014 йылда асылған  учреждениеның маҡсаты урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү. Бында уйлап табыу, һынау, тәжрибә үткәреү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Хатта, үҫемлектәрҙен  фосфорҙы йәки икенсе ашламаны нисек үҙләштереүен дә асыҡларға була.
Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған ошо бүлмәне матурлыҡ салоны тип атарға мөмкин. Бында косметика продукцияһы  оҙаҡ һаҡланһын һәм  файҙалы сифаттарын юғалтмаһын өсөн ҡатнашмалар уйлап табыла, һуңғы асыштарҙың береһе - был шыйыҡлыҡтар бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы тороу һәләтенә лә эйә буласаҡ.
Люфт.Өфө үҙәгендәге был предприятиела иһә радиэлектроника аппаратураһы сығарыла. Йәғни, белгестәр тармаҡ өсөн тәғәйенләнгән  кәрәк-яраҡтарҙың аналогын етештерә. Тик улар заманса ҡоролмаларҙа һәм сифатлыраҡ итеп сығарыла. Миҫал өсөн, ошо көнкүреш техникаһы эсендә торған нәҙек еҙ сымдар ҙа әлегәсә ситтән алынған була.  Үҙенең идеялары һәм инновация проекттары менән һәр кеше йәки ойошма мөрәжәғәт итә ала, тәҡдимдең радиоэлектоника өлкәһенә ҡарауы ғына мотлаҡ.  Бындағы ҡоролмаларҙа хатта һауа-диңгеҙ флоты өсөн коммутаторҙар ҙа, ә 3Д моделдәрҙә  төрлө әйберҙәрҙең, ҡорамаладарҙың күсермәһен дә эшләргә мөмкин. Әле пилотһыҙ һауа транспорты сығарыу өҫтөндә эш бара.  
Киләсәктә бында ошондай самолет йәки вертолеттарҙың төрлө моделдәрен йыйырға ла уйлайҙар. Был осоу техникаһын предприятие йәки хужалыҡтарҙа күҙәтеү, шулай уҡ һаҡ ойошмалары өсөн файҙаланырға мөмкин. Самолеттың эсенә видеокамера урынлаштырыла, ә уның менән үҙәктәге диспетчер идара итә, бар мәғлүмәт компьютерҙа күренеп бара.
Бәләкәй тоннажлы химия кластерына күсермәләр эшләү үҙәге иһә Башҡортостандың нефть химия эшкәртеү институтында урынлашҡан. Бында ла асыштар күп. Бәләкәй, әммә бик ҡыҙыҡлы миҫал. Элек кескәйҙәр әүәләп уйнаған һығылмалы балсыҡ ситтән ҡиммәткә алынған була, хәҙер иһә уның аналогы  ошонда сығарыла, арзаныраҡ та, сифатлыраҡ та, ҡулға ла йәбешмәй. Һөйәк һынғанда, йәки сыҡҡанда ҡулланылған гипс-ҡулайлама, медицина матрастары өсөн ҡулланылған эслек менән дә шул уҡ хәл. Элек төрлө төбәктәрҙән һатып алынһа, хәҙер үҙебеҙҙә бар.  Юлға һалынға битум сифатын яҡшыртыу, нефть продукцияһын тикшереү буйынса ла эш алып барыла
Кластер һүҙе инглиз теленән, берләшеү, ойошоу тигәнде аңлата. Йәғни, бер йүнәлештә эшләгән предприятиелар уртаҡ фекергә килеп кәркәле продукцияны үҙҙәре етештерә, бер-береһе менән бүлешә башлай. Был үҙәктәр ҙә ошо кластерҙар сиктәрендә  үҫеш алған. Ҡоролмалар алыуҙа грант системаһы  ла ҡулланыла. Иң мөһиме иһә импортты алмаштырыу бөгөн яйға һалына, үҙебеҙҙҙең предприятиелар төбәк ихтыяжын тәьмин итеүҙә әүҙем эшләй һәм хатта, халыҡ-ара кимәлгә лә сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика