Иғтибарлы булығыҙ! Көрсөк осоронда финанс пирамидаһынан алданыусылар уғата арта 24.03.2015

Республикала уҙған аҙнала «РОСТ КПП» ойошмаһынан зыян күреүселәр пикетҡа сыҡты. Был фирманан меңләгән кеше 300 миллион һумын юғалта. Юғары процент ставкаһына аҡса һалыусылар үҙ аҡсаларын нисек кире ҡайтарырға ла белмәй.

Был ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр «Рост» ойошмаһына еңел килем алыу өсөн аҡса һала. Ләкин йәйгеһен эшләй башлаған финанс компанияһы тиҙ арала тарҡала. Киң мәғлүмәт сараларында уның тураһында кире мәғлүмәттәр баҫыла. Үҙҙәренең кәкре ҡайынға терәлгәндәрен һиҙгәс алданыусылар пикетҡа сыға.
Росто компанияһының төп офисы Ҡазанда урынлашҡан. Унда ойошмаға нигеҙ һалып, финанс пирамидаһын булдырған алты кешегә ҡарата енәйәт эше лә асылған.
Рәсәйҙә компанияның 40 филиалы бар. Уларҙың береһе Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан. Офистың ишеге бикле,  ә зыян күреүселәрҙең күп булыуын, ошо көндәрҙә үтәсәк митинг тураһындағы иғландар дәлилләй.
Уларҙа зыян күреүселәрҙең телефондары һәм пикет уҙғарыласаҡ дата һәм урыны тураһында мәғлүмәт яҙылған. Офистың ишектәре асыҡтыр тигән ышаныс менән минут һайын тиерлек зыян күреүселәр килә. Уларҙың береһе Анатолий Казаренц . Пенсионер торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡса эшләйем тип финанс пирамидаһына 470 мең һум аҡса һала. Һөҙөмтәлә йл йылдар буйы йыйған хәләл аҡсаһынан  ҡолаҡ ҡаға.
Алданыусыларҙың күбеһе еңел табыш алырға уйлай. Ләкин ни тиклем иҫкәртеүҙәр, ошондай уҡ финанс пирамидаларында зыян күреүселәр булһа ла кеше үҙ хатаһында ғына өйрәнә, күрәһең...
Интернет селтәрендә лә компаниянан зыян күреүселәр күп яҙа. Әлегә уларҙың аныҡ ҡына иҫәбе билдәһеҙ.
Көрсөк осоронда һаҡ булырға кәрәк. Бигерәк тә, ҙур процентҡа аҡса һалырға тәҡдим итеүсе ойошмаларына ышанырға ярамай.  Айына15 процент Рәсәйҙә булдырылған норманан ун ике тапҡырға юғары. Был вкладтар страховкаланмай. Ғәҙәттә, аҡса түләүҙән туҡтағас мутлашыусылар ҡаса. Килешеү төҙөүсе үҙенең нимәгә ҡул ҡуйыуын аңларға тейеш.
Зыян күреүселәргә аҡса кире ҡайтарылырмы, юҡмы,  әлегә билдәһеҙ. Ҙур сумма һалыр алдынан ентекләп уйларға кәрәк. Ете ҡат уйла, бер ҡат киҫ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Юғиһә, ошондай килешеүгә ҡул ҡуйып, үҙең дә һиҙмәҫтән бар милкеңде үҙ ҡулдарың менән мутлашыусыларға тапшырырға мөмкин.
Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика