Иғәнәләреңде ваҡытында түлә, юғиһә суд приставтары ишек шаҡыр 03.06.2016

Бөгөн Социаль страховкалау фондына бурыстары булған предприятиелар буйынса  рейд үтте.

Өфөләге торлаҡ коммуналь хужалыҡ предприятиеларының  береһендә саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ҡырыҫ ҡына ҡаршылайҙар. Ойошма етәкселәре   социаль страховкалау фондына  тейешле иғәләрҙе күсереүгә яуапһыҙ ҡараған. Хәҙер инде уларға суд приставтары менән эш итергә тура киләсәк.
Фонд иҫәбенә күсерелгән иғәнә социаль түләүҙәр өсөн ҡулланыла. Хеҙмәткәрҙең эшкә яраҡһыҙлыҡ осорондағы аҡсалар, бала ҡараусы әсәләргә декрет түләүҙәре тап шул иҫәптән алына. Шуға ла был өлкәләге бурыстарҙы ҡайтарыу социаль сәйәсәтте уңышлы бойомға ашырыуға туранан-тура бәйле, тип билдәләй белгестәр.
Федераль суд приставтары менән хеҙмәттәшлек емешен бирә тип билдәләй социаль страховкалау фонды етәкселәре. Форма кейгән хеҙмәткәрҙәр ишек шаҡыу менән күптәр йыйылған бурыстарын ҡаплауҙың хәйерлерәк икәнлеген шунда уҡ аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика