Граждандарҙың аҡсаларын һаҡлау һәм арттырыуҙың иң отошло алымы ул торлаҡ һатып алыу

Граждандарҙың аҡсаларын һаҡлау һәм арттырыуҙың иң отошло алымы ул торлаҡ һатып алыу 11.04.2017

2016-сы йыл һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусы ғәмәлдәге килешеүҙәр  һаны 1 миллиондан артып киткән. Бөгөн сафҡа ингән йорттарҙың 80 проценты граждандандар иҫәбенә төҙөлә, ә ундағы фатирҙар иң ҡеүәтле инвестиция ресурсы булып ҡала. Бындай мәғлүмәттәрҙе күсемһеҙ милек өлкәһе аналитиктары килтерә.

Руслан Вәлиев, «Финам» компанияһы өфө офисының сауҙа буйынса директоры: «Күсемһеҙ милек һатып алғанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе өҫтөнлөклө вариант булып тора. Айырыуса был төҙөлөп ятҡан йорт йәки фатир алғанда бик мөһим. Сөнки тап ошо вариант кешене  алданыуҙан һаҡлай һәм төҙөүсене үҙ эшенә яуаплылыраҡ ҡарауҙы талап итә. Бурысты үтәмәү уларға штраф менән янай».  
Өфө аналитиктары билдәләүенсә, бөгөн башҡалала төҙөлгән йорттарға инвестиция һалыу өсөн иң уңайлы райондар тип Йәшел сауҡалыҡ, Кузнецов Затоны, ҡала Советы янындағы Октябрь проспекты, шулай уҡ Ленин урамының боронғо өлөшө һанала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку