Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында коллекторҙар эшмәкәрлеген контролдә тотоусы бүлек барлыҡҡа килде

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында коллекторҙар эшмәкәрлеген контролдә тотоусы бүлек барлыҡҡа килде 04.04.2017

Уның хеҙмәткәрҙәре берҙәм дәүләт реестры алып барыуҙан тыш, бурыстарҙы ҡайтартыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы ла тикшерә. Бының өсөн йыл башында идаралыҡта «ҡыҙыу линия» эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә ул республикала йәшәүселәрҙән йөҙҙән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе кәңәш һораған, шулай уҡ коллекторҙар эшмәкәрлегенә дәғүә белдергән. Һөҙөмтәлә суд приставтары уларҙың береһенә административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөгән. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, Мәскәүҙә теркәлгән ойошма хеҙмәткәре  бурыслыға бер көн эсендә өс тапҡыр шылтыратҡан. Ә закон буйынса улар тәүлегенә бер тапҡырҙан да күберәк бәйләнешкә сығырға тейеш түгел. Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов белдерҙе. Ул билдәләүенсә, ведомство хеҙмәткәрҙәре бурыслыларға ҡаршы етди саралар күрә. Әле лә йәйге каникул алдынан закон һағында тороусылар яңы акция иғлан итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика