Фатир буласаҡ, көтөгөҙ

Фатир буласаҡ, көтөгөҙ 31.10.2017

Стәрлетамаҡта  торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре урамда тороп  ҡалған.Егерме йыл буйы хеҙмәт иткән эшселәргә ҡасандыр вәғәҙәләнгән фатирҙар бирелмәгән. Пенсия йәшенә еткән ҡатындар аптырауҙа, сөнки түбән эш хаҡына улар ипотекаға торлаҡ һатып ала алмай,ә егерме йыл буйы көткән социаль фатир һаман юҡ.

Мөнирә Гәрәй ҡыҙының эш көнө иртәнге сәғәт етелә башлана.Ҡала халҡы йоҡоһонан уянып та өлгөрмәгәндә коммуналь торлаҡ хеҙмәткәрҙәренең эше ҡыҙған сағы. Көҙ мәлендә торотуарҙарҙы, ихаталарҙы япраҡтарҙан таҙартып өлгөр генә. Күп ваҡыт эш ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Ауыр ғына түгел, хәүефле лә был хеҙмәт. Йыш ҡына иҫеректәр бәйләнә һәм башҡаһы.  Ҡатын-ҡыҙҙар күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы булһын өсөн тир түгә. Тик бына
урамда тәртип урынлаштырғандан һуң ҡайтып инергә уларҙың  үҙ фатирҙары юҡ. Тимер юл буйындағы баракта көн итәләр. Быйыл хатта бында йылылыҡ та бирелмәгән.  Электр йылытҡысы торлаҡты йылытып өлгөрмәй, өҫтәүенә  айына түләү ҡиммәт. Стенаны күк баҫа, һауа дымлы.  
Ә эш урынынан фатир бирергә уларға егерме йыл элек вәғәҙәләгәндәр.Тап шул өмөт менән гүзәл заттар ауыр эштә тороп ҡалған, ә тиҙҙән пенсия.
Ғәҙеллек юллап ҡатындар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән.Әммә файҙаһыҙ,сөнки хаттарҙа  «көтөгөҙ» тигән яуап ҡына килә.Рәсәйҙә иғлан ителгән социаль программала ҡатнашырға ла кәңәш итәләр.Тик айына һигеҙ мең эш хаҡы менән ул нисек фатир һатып алһын.Әйткәндәй, бергә эшләгән хеҙмәттәше Резеда Тәлғәт ҡыҙы былтыр  ипотека алырға йөрьәт иткән, эшләп тапҡан бөтә аҡсаһы бурысты ҡаплауға китә, коммуналь түләүҙәргә аҡса еткерә алмай.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа Мөнирә Йосопова 1997 йылда уҡ баҫҡан. Тик егерме йыл эсендә сират ҙурайып ул 1330 сы урынға тороп ҡалған.
Марат Ғөбәйҙуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте бүлеге  етәксеһе: «Беҙ фатир биреүҙән  баш тартмайбыҙ. Коммуналь торлаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәьмин итеү өсөн махсус торлаҡ фонды юҡ. Ә дөйөм иҫәптә ошо урам һепереүсе дүрт ғаиләнең  береһе 700 икенсеһе 1330 урында».
Урам һепереүсе эше еңелдән түгел бында күберәк сараһыҙҙан киләләр.Ә һуңғы йылдарҙа был өлкәлә айырыуса  эшселәргә ҡытлыҡ һиҙелә . Мәҫәлән, Өфөлә  940 урам һепереүсе иҫәпләнә, кәрәк булғандың был өстән бере генә.  Эшсе ҡулдар етешмәү  проблемаһы  бигерәк тә үткән ҡыш үҙен һиҙҙерҙе, ҡала урамдарын көрт баҫҡанда күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре сығып  көрәргә мәжбүр булды.  СССР заманында урам һепереүселәргә бушлай  торлаҡ  бирелгән. Бынан дүрт йыл элек  республикала   һыналған тәжрибәне ҡайтарып 10-15 йыл хеҙмәт стажы булған коммуналь-торлаҡ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәклеге тураһында һүҙ  ҡуҙғатылды.Киров,Ленин һәм  Калинин  райондарында ятаҡханаларҙа уларға йәшәргә урын бирелгән. Эшселәр уны шәхси милкенә күсерә алмай, әммә ҡайҙалыр торорға урындары бар. Ә бына Стәрлетамаҡта иһә әлегә мәсьәлә хәл ителмәгән. Тимәк,ҡаланы алтын итеүҙә ҡатнашыусы хеҙмәт кешеһенең эше шулай баһалана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку