Өфө трамвайҙарының 90 проценттан ашыуы техник яҡтан эшлектән сыҡҡан

Өфө трамвайҙарының 90 проценттан ашыуы техник яҡтан эшлектән сыҡҡан 14.03.2017

Деполарҙа транспорт паркын тулыһынса яңыртыу талап ителә. Әммә бер трамвайҙың хаҡы - 24 миллион һум тип алғанда ла, иҡтисади яҡтан был ҙур проблемаға әйләнеүе көн кеүек асыҡ. Финанс сығымдарҙы кәметеү маҡсатында баш ҡаланың электр транспорты идаралығы етәкселеге капиталь ремонт яһау юлын һайлаған.

Әлегә урындағы трамвай-троллейбус заводы хеҙмәткәрҙәре иҫке транспорттың «Татра» моделен төҙөкләндерә башлаған. Бригадалар емерек вагонда иретеп-йәбештереү эштәрен тамамлаған, каркас әҙер.  Пассажирҙар Өфө урамдарында тергеҙелгән транспортты йәй күрә аласаҡ.
Денис Рассадников, Өфө трамвай-троллейбус заводы генераль директоры: «Ҡаланың электр транспорты идаралығы менән ун трамвайҙы тергеҙеүгә килешеү төҙөнөк. Беҙҙеңсә, был бик уңышлы проект. Республика ярҙамына ышанабыҙ. Иҫке техниканы ремонтлау - 10 миллион һумға төшә, яңыһын һатып алыуға ҡарағанда, яҡынса ике тапҡырға арзаныраҡ».
Бынан тыш, март аҙағында уҡ баш ҡала урамдарында өр-яңы троллейбус йөрөй башлаясаҡ. Өфө трамвай-троллейбус заводы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге транспорт системаһын яңыртырға йыйына. «Нефаз»дан килтерелгән каркас ярҙамында баш ҡала предприятиеһында сәнәғәт эше яйға һалыныр тип көтөлә. Әле тәүге техниканы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше тамамланыу алдында. Иженерҙар унда заманса электр двигателе, аккумуллятор батареялары урынлаштыра. Проект буйынса, яңы троллейбустар ҡыҙғылт-һары төҫтә буласаҡ. Сағыу, заман талаптарына яуап биргән техника өфөләрҙә йәмәғәт транпортына ҡыҙыҡһыныу уятыр тигән ышаныста етештереүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика