Өфөнөң Пушкин урамындағы сауҙа-сервис комплексы бинаһында социаль сауҙа нөктәһе асылды

Өфөнөң Пушкин урамындағы сауҙа-сервис комплексы бинаһында социаль сауҙа нөктәһе асылды 05.11.2016

Халыҡ телендә «толчок» һәм «барахолка» тип йөрөтөлгән сауҙа нөктәһе 31 октябрҙән эшләй. Боронғо патефон, тормош-көнкүреш йыһаздары, һауыт-һабалар, открыткалар... Боронғо предметтарҙы һатып алырға теләүселәр бында күңеленә ятҡан әйбер һайлау мөмкинлегенә эйә.

Был патефон хужаһына дуҫынан мираҫ булараҡ тапшырылған. Ул   башта эшләмәгән. Әммә яңы хужаһы, һөнәре буйынса фрезеровщик  Андрей Комаров уға йән өргән. Винил пластинкаларҙан сыҡҡан йырҙар асыҡ һәм ҡолаҡҡа ятышлы яңғырай. Уның коллекцияһында элекке  аҡсалар, совет осоро билдәләре, бер-нисә төр самауырҙар һәм тормош-көнкүреш предметтары.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөлфирә Фазылова ла толчок асылыу менән боронғо йыһаздарын алып килгән. Социаль йүнәлештәге баҙар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа кәрәкле әйбер һатып алырға мөмкинлек бирә.
Юрий Осиндың коллекцияһы был баҙарҙа иң ҡыҙыҡлыһы. Уның бай коллецияһының күп өлөшөн   ныҡлы тимер сәнскестәр, һауыт-һаба, «Крокодил» журналы, открыткалар тәшәкил итә.
Өфөлә бындай баҙар ябылыуына өс тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Ҡазанда ғына уларҙың һаны дүртәү. Бөгөнгө ысынбарлыҡта бындай баҙарҙар асыу көн талабы.Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә алыш-биреү һәм йүнселлек мөмкинлеген дә аса. Боронғо тормош-көнкүреш предметтарын һатыуға тәҡдим итергә теләүселәр Өфөнөң Пушкин урамында асылған толчокка килә ала. Баҙар шәмбе, йәкшәмбе иртәге ун берҙән киске бишкә тиклем эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку