Өфөлә йәш эшҡыуарҙарҙың төбәк конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә йәш эшҡыуарҙарҙың төбәк конкурсына йомғаҡ яһалды 13.11.2017

30 ноябрҙә «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсантам Башҡортостан данын   өмөтлө йәштәр яҡлаясаҡ. Төбәк конкурсында 30 йәшкә тиклемге 203 эшҡыуар көс һынашҡан. Улар араһынан 54 -е төбәк этабына үткән.  15 проект араһынан биш номинация буйынса биш конкурсант һайлап алынды. Улар араһында социаль эшҡыуарлыҡ, йыл эш биреүсеһе, йыл етештереүсеһе, Йыл асышы һәм шәхси өлөш индереүселәр билдәләнде. Төбәк еңеүселәренә Йәштәр сәйәсәте һәм һәм спорт министрлығының махсус дипломдары һәм бүләктәре тапшырылды.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙаныусы Айҙар Рамаҙанов,Татияна Рябова, Антонина Петренко, Виталий Шведов һәм Дамир Ғәлиуллиндар  теүәл ике аҙнанан Мәскәүҙә үтәсәк «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсында үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. «Һин –эшҡыуар» федераль прораммаһы сиктәрендә үткәрелгән конкурста ҡатнашыусы йәштәр киләсәктә бөгөн яулаған еңеүҙәрҙән тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү маҡсаты ҡуя.
Дамир Ғәлиуллин, «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» төбәк конкурсы еңеүсеһе /Нефтекама ҡалаһы/: «Рәсәй конкурсында ҡатнашыу бик яуаплы. Йәштәр араһында был ярышты ойоштороусыларға рәхмәт. Ил күләмендәге конкурста ла һынатмаҫбыҙ һәм  республикаға артабан да файҙа килтерербеҙ тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку