Өфөләге «Планета» сауҙа үҙәге ерҙе ҡуртымға алған өсөн йыйылып килгән бурысын  түләгән 11.01.2017

Был хаҡта бөгөн Арбитраж суд ултырышында  билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала хакимиәтенең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы сауҙа һәм күңел асыу комплексынан ерҙе ҡуртымға алыу буйынса 232 миллион һумдан ашыу бурысын   ҡайтарыуҙы талап итеп  судҡа ялыу биргәйне.

2007 йылдағы килешеүгә ярашлы,  69 миллион һум йыйылған, ҡалғаны - пеня. Сауҙа үҙәгенең  пеня аҡсаһын түләмәүҙе һорап яҙған үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән.
«Планета»ның  майҙаны яҡынса 154 миллион квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөүгә 9 миллиард һум аҡса тотонолған, юл һәм инженер селтәрҙәр инфраструктураһын да инвестор үҙ иҫәбенә һалдырған һәм проект  2 миллиард һумға ҡиммәтерәккә төшкән. Әйтергә кәрәк, «Планета» киң мәғлүмәт саралары иғтибары үҙәгенән төшмәй. Йә янғын, йә аквапаркта күңелһеҙ осраҡ теркәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика