Өфөлә «Газпром» компанияһының етенсе корпоратив фестивале асылды

Өфөлә «Газпром» компанияһының етенсе корпоратив фестивале асылды 17.10.2016

Күләмле сарала предприятиеның төрлө тармаҡтарында эшләүсе  700-ҙән ашыу хеҙмәткәр һәм уларҙың балалары ҡатнаша. Конкурсанттар тамашасы һәм баһалама ағзалары хөкөмөнә йөҙләгән концерт номеры тәҡдим итәсәк. Программала шулай уҡ милли башҡарыусыларҙың сығыштары ла ҡаралған.

«Факел» корпоратив фестивале ике йылға бер көньяҡ һәм төньяҡ зоналарға бүлеп ойошторола. Уларҙа еңеү яулаған конкурсанттарға финалда сығыш яһау хоҡуғы бирелә.  Әлегә тиклем еңеүселәрҙе  Геленджик, Витебск һәм Сочи ҡалаларында йәшәүселәр алҡышланы. Быйыл көньяҡ төбәктәр ҡатнашлығындағы этапты тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡабул итә.  Өфөгә үҙ талантын күрһәтергә Рәсәй төбәктәренән тыш, Белоруссия, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстандан вәкилдәре килгән. Сәхнә хужалары бәйгелә башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһаясаҡ. Конкурсанттарға килгәндә, иң йәш ҡатнашыусы Виктория Гайворонскаяға ни бары биш йәш. Ул Краснодар ҡалаһы данын яҡлай, ә бына Волгоградтан Валентина Солдатова 81 йәшен билдәләргә әҙерләнә.  
Баһалама ағзалары иң яҡшы башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы өс йәш төркөмөндә баһалай. Сара сиктәрендә шулай уҡ «Ҡаршлыҡтарҙы емереп»  фестиваленең Гала-концерты ла уҙа. Унда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнаша. Бынан тыш, «Балалар-балаларға!» хәйриә концерты барышында «Факел» фестиваленең йәш таланттары Өфөләге реабилитация үҙәктәре, балалар йорттары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр алдында сығыш яһай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика