Өфөлә бер йыл эсендә вандалдар ҡулынан 300 объектҡа зыян килгән 13.09.2017

Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә депутаттар вандалдарға ҡаршы саралар буйынса фекер алышты. Муниципаль милеккә  килгән матди зыян күләме  3 миллион 500 мең һум менән баһалана.  Еңеүҙең 50 йыллығы скверында ғына улар ҡулынан 27 яҡтытыҡ ҡоролмаһы боҙолған, Яҡутов  паркындағы фонарҙарҙың яртыһына зыян килгән, Яңы йыл байрамы шары юҡҡа сыҡҡан.

Телеүҙәк фонтанынан 147 латунь торбалары сәлдерелгән. Округ Галле туҡталышы артында баҡсасы бабайға ҡуйылған арт-объект та емерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл 6 сентябрҙә генә ҡуйылғайны. Тәртип боҙоусыларҙың күбеһе 14-16 йәшлек үҫмерҙәр. Әхләҡһыҙлыҡҡа юл ҡуймау өсөн тәү сиратта ғаиләлә, белем биреү учреждениеларында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк тип билдәләнде ултырышта. Шулай уҡ  ҡалала видеокүҙәтеү ҡоролмалары   урынлаштырыу  енәйәтселәрҙе ниндәйҙер кимәлдә асыҡларға ярҙам итәсәк. Әйтергә кәрәк, әле ҡалала 324 видеокүҙмәтеү ҡоролмаһы бар, әммә ул миллионлы ҡала өсөн әҙ, тип билдәләне, йыйылышта сығыш яһаусылар. Вандалдар ғәҙәттә, төндә йөрөй, шуға уларҙың йөҙө  камераларға эләкмәүе лә мөмкин. Халыҡ дружниаларының эшен йәйелдерергә, бәлки уларға транспортта  бушлай йөрөү ойошторорға кәрәклеге лә ҡарала. Халыҡты ҡаланың төҙөклөгөн һаҡларға өндәгән алтаҡталар элеү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика