Өфөлә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү дауам итә

Өфөлә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү дауам итә 23.10.2017

Бөгөн  Глумилино урамындағы яңы йортта 72 ғаиләгә  фатир асҡыстары тапшырылды.

Өй туйлаусылар элек Уфимское шоссе урамындағы иҫке, емерек хәлдәге йорттарҙа көн иткән. Яңы күп ҡатлы йортто һалыу иһә 2016-сы йылдың аҙағында башланған, обьектты сафҡа индереүҙә  заманса төҙөлөш материалдары ҡулланылған, уңайлы мөхиттыуҙырыу буйынса бар талаптар үтәлгән.  Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандустар ҡуйылған, эргәлә генә балалар, спорт майҙансыҡтары урны алған, ихатаға  тулыһынса асфальт ҡатламы йәйелгән. Подрядсы ойошма -"Эре панелле йорттар төҙөү" компанияһы. Обьект ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылған, уның  майҙаны  900 квадрат метрҙан ашыу. Авария хәлендәге йорттарҙан күсенеүселәргә ике, өс бүлмәле фатирҙар бирелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку