Өфөлә 23-26 майҙа Рәсәй нефть газ химияһы форумы үтә

Өфөлә 23-26 майҙа Рәсәй нефть газ химияһы форумы үтә 11.05.2017

Сараға дүрт йөҙҙән ашыу сит ил ғалимдары, дәүләт власы, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре килеүе көтөлә. Әлегә илдең ҡырҡҡа яҡын төбәге һәм Австрия, Германия, Ҡытай, Италия һәм башҡа илдәр компаниялары ҡатнашырға теләк белдергән. Эшлекле осрашыуҙа газ һәм нефть сәнәғәте өлкәһендәге инновация алымдар ҡараласаҡ. Сара сиктәрендә егерме бишенсе тапҡыр халыҡ-ара «Газ.Нефть.Технологиялар» күргәҙмәһе ойошторола

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән заманса нефть һәм газ ҡорамалдары, төрлө материалдар, махсус кейемдәр һәм башҡа продукция тәҡдим ителә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа тармаҡ үҫеше стратегияһын, проекттарын тикшерергә ниәтләй.  Конгресс һәм халыҡ-ара күргәҙмә илдең нефть һәм газ сәнәғәте комплексы үҫешенә ҙур өлөш индерә, фәнни тикшеренеүҙәр һәм тәжрибә менән уртаҡлашырға, һуңғы ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә булышлыҡ итә.  
Фәрхәд Самедов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Форумдың төп темаһы - Рәсәйҙә нефть, газ химияһы тармағындағы ҡаҙаныштар һәм проблемаларҙы өйрәнеү. Беҙ нефть эшкәртеү һәм бензин етештереү буйынса алдынғы илдәр иҫәбендәбеҙ. Сарала нефть, газ химияһы өлкәһендәге  мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп өйрәнеп, ниндәй йүнәлештә үҫеү кәрәклеген  билдәләү бурысы тора».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика