Етемһерәтелгән етемдәр

Етемһерәтелгән етемдәр 20.09.2016

Белорет районының Сермән ауылында йәшәүсе тиҫтәнән ашыу ғаилә беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, балалар йортонан тәрбиәгә алған ғаиләләргә айлыҡ пособие түләнмәй. Күптәре аҡсаны ярты йылдан ашыу алғаны юҡ.  Белорет районы хакимиәте ай һайын түәләүҙәр  күсерелә барыуын билдәләй. Тик ҡайҙа һуң улар?

Рәзимә Солтанова патронат ғаиләлә ярты йылдан ашыу тәрбиәләнә. Атай-әсә ҡарауынан ҡалған ҡыҙ, бер туған ҡустыһы менән бергә 2007 йылда Сермән балалар йортона урынлаштырыла. Учреждение ябылғас, бер туғандарҙы ошо уҡ ауылда йәшәүсе Мырҙаҡаевтар тәрбиәгә ала. Рәзимә яңы йортҡа тиҙ өйрәнә.
Регина менән Ришат Мырҙаҡаевтарҙың үҙҙәренең алты йәшлек һәм һигеҙ айлыҡ балалары бар. Етем балаларҙы һыйындырыуҙарына улар бер ҙә үкенмәй. Икеһе өсөн дә айырым бүлмә бирә, ремонт эшләүҙе планлаштырылар. Ғаилә балаларҙы баштан-аяҡ кейендереп мәктәпкә лә әҙерләй.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге балалар йортонан уллыҡҡа алған ғаиләләр бик күп. Сермән ауылында ғына улар тиҫтәнән ашыу. Һәр ғаиләлә тиерлек икешәр-өсәр бала тәрбиәләнә. Балалар йорто тарҡалғас, хәҙер ул мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемен йөрөтә. Ә инде был бинала тәрбиәләнеүселәр йыл башында уҡ патронат ғаиләләргә таратыла.
Ләкин бөгөнгәсә етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтелмәй. Өҫтәүенә, күптәрендә икешәр-өсәр бала. Аҡса өсөн алынғандыр тип аңларға ла кәрәкмәй. Балалар йорто тарҡалғандан һуң, уларҙы ят  төбәккә ебәрмәҫ өсөн Сермән ауылында йәшәүселәр алып ҡала.  
Һорауҙар күп, аныҡ яуап юҡ. Башҡортостандың мәғариф министрлығы рәсми булмаған һөйләшеүҙә төбәккә финанслау булыуын хәбәр итте. Беҙҙең ижади төркөм Белорет районы хакимиәтенә юлланды. Бер ишектән икенсеһенә ебәргәндән һуң, тейешле яуап ала алдыҡ. Финанс бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ведомствонан аҡса килеүен әйтте. Ай һайын түләнә барыуын да еткерҙе.
Тик, тәрбиәгә бала  алған ғаиләләр уның киреһен раҫлай. Матди ярҙам нисәнсе ай инде күрһәтелгәне булманы, ти патронат ата-әсәләр. Быға өҫтәп, эш хаҡтары ла  үҙгәрешһеҙ ҡала. Аҡсалар ҡайһы яҡҡа, ниндәй кеҫәгә инеп юғалыуы, әлегә билдәһеҙ. Беҙҙең ижади төркөм ваҡиғалар үҫешен артабан да күҙәтеп барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку