Эшсе һөнәр үҙләштереүселәр бер майҙанда

Эшсе һөнәр үҙләштереүселәр бер майҙанда 13.02.2017

Бөгөн Өфөлә "Йәш профессионалдар" 2-се төбәк чемпионатына старт бирелде. Былтыр ярыш 13 йүнәлеш буйынса уҙғарылһа, быйыл номинациялар һаны утыҙға еткән. Ярыш еңеүселәре мәктәп уҡыусылары араһында ла билдәләнә.

Был егеттәр һәм ҡыҙҙар тормошта үҙ юлын һайлап өлгөргән дә инде. Әлеге мәлдә улар эшсе һөнәр үҙләштерә. Араларында буласаҡ иретеп- йәбештереүсе, электр-монтажлаусы, ташсылар ҙа бар. Үҙ уҡыу йорттарында иң-иңдәр тип танылған йәштәр Өфө дәүләт нефть техник университетында "Йәш профессионалдар" икенсе төбәк чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. 17 февралгә тиклем дауам итәсәк конкурста урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары мәктәп уҡыусыларынан айырым ярыша.

Күләмле чемпионатта тормош юлын төҙөлөш менән бәйләүселәрҙән тыш, буласаҡ парикмахер, дизайнер, эшҡыуарҙар - барлығы утыҙ һөнәр вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙың оҫталығына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Бигерәк тә сәскәләрҙән гөлләмә яһаусы ҡыҙҙарҙы күҙәтеүселәр күп булды. Уларҙың флористика буйынса теоретик һәм практик белемдәрен төбәк һәм милли эксперттар тикшерәсәк. Зарина Байышева еңеүенә һис шикһеҙ ышана. Теләге - беренселек яулап, киләһе этапта ҡатнашыу.

Студенттар былтыр мартта үткән чемпионатта көс һынап, быйылғыһына сынығып килһә, мәктәп уҡыусылары өсөн был яңылыҡ булып тора. Күп номинациялар уҡытыу программаһына индерелмәгән, шунлыҡтан ҡаршылыҡтар ҙа юҡ түгел.

Чемпионаттың төп маҡсаты - эшсе һөнәрҙәргә ҡарата иғтибарҙы арттырыу, абруйын күтәреү. Төбәк этабын үтеп, Рәсәй кимәлендә еңеү яулаусылар Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәрендә үтәсәк финалға юл тотасаҡ. Сит илдә улар донъяның төрлө нөктәһенән йыйылған меңдән ашыу тиҫтерҙәре менән бәйге тотасаҡ. Әлегә төбәктә уҙғарылған һайлап алыу этабын камиллаштырыу өҫтөндә даими эш алып барыла.

Донъя стандарттары буйынса үҙ көстәрен һынап ҡарау - йәштәрҙе яңы еңеүҙәргә илтер тигән өмөт бар. Улар киләсәккә лә ышаныс менән ҡарай. Хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған эшсе һөнәр үҙләштереү - уҡыуҙың бушҡа булмауына ишара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку