Эшҡыуарллыҡа ярҙам юлдары һәм халыҡҡа эш урындары, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу

Эшҡыуарллыҡа ярҙам юлдары һәм халыҡҡа эш урындары, йәшәү  өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу 27.01.2018

Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиковтың Сибайға эш сәфәре барышында ошо мәсьәләләр күтәрелде.  

Тәүге объект-  Газ бүлеү селтәрҙәренең Сибай филиалында  халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса үҙәкләштерелгән офис асылған. Был учреждение  йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу процедураһын бер урында һәм тиҙ башҡарырға булышлыҡ итә. "Башэкоресурс" менән  "Артель" йәмғиәттәрендә иһә ағастан һәм аҫыл таштарҙан  продукция етештерелә. Тауарҙар  республика, Рәсәй, хатта сит ил баҙарына сығарыла. Сибай һыу каналы предприятиеһында иһә мәғлүмәттәрҙе дистанцион тапшырыу  системаһы сафҡа индерелгән. Был сервис  өҙөклөктәрҙе асыҡларға һәм юғалтыуҙарҙы кәметергә булышлыҡ итә. Һандар менән әйткәндә, яңы  система 6 миллион һум тирәһе  юғалтыуға килтергән участканы билдәләргә ярҙам иткән. Сергей Новиков Сибайҙа инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса  проект офисының  күсмә кәңәшмәһендә лә ҡатнашты. Был схема бөтә министрлыҡ-ведомстволарҙы берләштереүсе булып тора һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.  Сарала һүҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау, лизинг эшмәкәрлеге хаҡында барҙы. Эш сәфәре аҙағында  кризисҡа ҡаршы комиссияның ултырышы ла үтте.
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры: «Кәңәшмәләрҙе урындарға сығып үткәреү, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади хәле менән танышыу бик отошло. Ошондай осрашыуҙар аныҡ проблемаларҙы асыҡларға һәм хәл итеү юлдарын барларға булышлыҡ итә. Ҡануниәт, программалар үҙгәреп тора, эшҡыуарҙарҙы улар менән таныштырыу мөһим.  Сибайҙа үткән сараларҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бик күп һорауҙар ҡаралды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку