«Дуҫлыҡ» биҫтәһендә низағ

«Дуҫлыҡ» биҫтәһендә низағ 05.11.2015

Иглин ҡасабаһындағы яңы биҫтәнән фатир һатып алыусылар  беҙҙең телеканалға шылтыратты. Улар  йорттоң һаман төҙөлмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән халыҡ йәшәү шарттарының яҡшырмауына зарлана. Был хаҡта беҙ сентябрҙә яҙма күрһәткәйнек. Торлаҡ комплексы етәкселеге ноябргә тиклем эштәрҙе теүәлләргә вәғәҙә биргәйне.

«Дуҫлыҡ»  биҫтәһе, «Төҙөүселәр»  урамы. Был беҙ сентябрҙә төшөргән видеояҙма. Биҫтә  Иглин ҡасабаһына ингән ерҙә. Уны төҙөүсе «Башстройкомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәүҙә   матур тормош вәғәҙә итә. Күркәм йорттар, балалар өсөн майҙансыҡтар, төҙөк, уңайлы комплекс. Тик барыһы ла хыялда ғына... Өлөшләтә фатир һатып алыусылар һаман да торлаҡһыҙ интегә. Ә килешеү буйынса йорттар йыл ярым элек үк тапшырылырға тейеш булған. Төҙөлөш алып барыусы йәмғиәт директоры эш ноябргә тиклем тамамланасаҡ тип вәғәҙәләгәйне. Беҙ уға  шылтыраттыҡ.
Юҡ икән шул, ике ай  элек зарланып тороп ҡалған халыҡ был юлы ла беҙҙе шул уҡ аһ-зар менән ҡаршы алды. Телефондан һөйләшеү аша күҙ алдына килтергәнсә, биҫтә төҙөк тә  түгел.
Андрей Илтирәков  йәй баҡсала, ҡыш ҡуртымға алынған торлаҡта көн итә. Объект ваҡытында тапшырылмағас, торлаҡ клмплексын төҙөүсе ойошманы улар судҡа биргән. Ҡайһы берәүҙәр менән өҫтәмә килешеү төҙөлгән.  Уға ярашлы, йортто  2016 йылдың апреленә тиклем һалып бөтөү ҡаралған.
«Дуҫлыҡ» комплексы проект буйынса  алты йорттан тора. Икеһендә авария хәлендәге торлаҡтан  күсерелгән ғаиләләр йәшәй. Тик улар ҙа бындағы шарттарға ризаһыҙлыҡ белдерә.
«Дуҫлыҡ»тан фатир алыусылар уны төҙөүсе менән килешә алырмы?   Һорау асыҡ ҡала. Тимәк, беҙ был темаға тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика