Дүрт йыл элек тотонған һыу өсөн быйыл түлә

Дүрт йыл элек тотонған һыу өсөн быйыл түлә 16.11.2016

Беҙҙең редакцияға Өфөнөң Киров районында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Улар октябрҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән квитанциялағы хаҡтарға ризаһыҙлыҡ белдерә.

Октябрь айы өсөн килгән квитанцияла һыуға хаҡтың дүрт-биш тапҡыр артыуының сәбәбен аңламаған фатир хужалары ризаһыҙлыҡ белдерә. Өҫтәлмә түләүҙәрҙең ҡайҙан алынғанын уларға бер кем дә аңлатмай.
Баш ҡаланың Киров районындағы ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәр идарасы компанияға мәрәжәғәт итә. Милекселәр әйтеүенсә, уларға 2012 йылда ойошма коммуналь хеҙмәттәр өсөн һалымды түбәнәйткән була, был ҡабаттан иҫәпләү барышында асыҡланған. Быйыл шул аҡсаларҙы йорт хужалары түләргә тейеш килеп сыға. Был хәл айыныҡын айына, йәғни ваҡытында иҫәпләшергә яратыусы Инсаф Фәттәховты ла аптырашта ҡалдырған.  
Киров районы хакимиәтендә беҙгә, идарасы компания 2012 йылда хаҡты өйҙәге иҫәпләү ҡоролмалары мәғлүмәте буйынса ғына билдәләгән, ә дөйөм йорт ихтыяждары өсөн сығымдар күҙ уңынан ысҡынған, тип аңлаттылар.
Айгөл Куликова, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Идарасы ойошманың иғтибарһыҙлығы. Ҡануниәттең боҙолоуын кисектереү маҡсатында Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһына иҫәпте кире ҡайтарыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Һалым инспекцияһының тикшереүе һәм ҡарары менән ойошманың сайтында танышырға мөмкин».
Урындағы халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең ҡатмарлы арифметикала иҫәпләнеүен аңлап етмәй. Быға бәйле, ниндәй маҡсатта артыҡ аҡса түләйбеҙ, тигән һорау тыуа. Фатир хужалары һәм  идарасы ойошмалар араһындағы тығыҙ бәйләнеш булғанда бәлки, бындай аңлашылмаусанлыҡ булмаҫ та ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика