Быйыл ватандаштарыбыҙҙың күбеһе йәйге ялды үҙебеҙҙә үткәрергә йыйына 11.04.2015

Был турала Рәсәй туризмы етәксеһе Олег Сафронов белдерҙе.  

Уның билдәләүенсә,  былтыр илдәге эске туризм 30 проценҡа артҡан. Был халыҡ араһында ихтыяж менән файҙаланған диңгеҙ буйындағы көньяҡ илдәргә юлланыусыларҙың кәмеүенә килтергән. Шуға ла Төркиә властары туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙарға һәм транспорт компанияларына ярҙам ҡулы һуҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Урындағы етәкселек иҫәпләүенсә, иҡтисади көрсөк шарттарында «Төркиә һауа юлдары» авиакомпанияһына ҙур өмөттәр бағлана. Сөнки бөгөн предприятие самолеттары донъяның 265 иленә оса. Тура авиарейс шулай уҡ Рәсәйҙең 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы менән дә ойошторолған. Әле Истамбулдан Өфөгә һәм кире йүнәлештә аҙнаһына биш тапҡыр осорға мөмкин. Ә 3 майҙан тағы бер  рейс асылыр тип көтөлә.  
Мостафа Доған, «Төркиә һауа юлдары» авиакомпанияһының маркетинг бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Төркиә һәм Рәсәй үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән илдәр һанала. Беҙ тарихи һәм мәҙәни үткәнебеҙ  менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.  Шуға ла иҡтисади көрсөк осоронда туристар ағымының кәмеүенә юл ҡуймаҫ өсөн беҙҙең авиакомпания  Рәсәйгә һәр яҡлап та ярҙам итергә әҙер. Был пассажирҙар һаны  артыуына һәм яҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперенең тағы ла нығыныуына булышлыҡ итер тип ышанабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика