Бюджет аҡсаһы һөҙөмтәле ҡулланылырға тейеш

Бюджет аҡсаһы һөҙөмтәле ҡулланылырға тейеш 27.10.2014

Контракт системаһы тураһындағы 44-се Федераль закондың үтәлешен  хәҙер  махсус эксперт советы ла тикшерәсәк. Бөгөн  яңы ойошманың тәүге ултырышы үтте.  Сара монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән берлектә ойошторолдо.  Осрашыуҙа белгестәр  муниципаль заказдарҙың ғәҙеллеген һәм асыҡлығын тәьмин итеү, бюджет  аҡсаһын  маҡсатҡа ярашлы тотоноу тураһында һүҙ алып барҙы.

Беҙҙең түрәләр  ошондай ҡиммәтле  автомобилдәр ярата, был дәүләт заказдарын күҙәтеү һөҙөмтәһе. Мәғлүм булыуынса, ике йыл элек Белорет  менән Иглин райондары башлыҡтары ҡиммәтле джиптарға дәүләт заказы биргәйне. Йәмәғәтселек ҡуба башлағас  ғаризалар сайттан алынды. Әммә  бер ай ҙа үтмәне, белореттар хыялын тормошҡа ашырып та ҡуйҙы. Уның ҡарауы, иглиндәр дәүләт аҡсаһына джип урынына  янғын һүндереү машинаһы һатып алды. Был  шау-шыуҙарҙан һуң хакимиәт башлыҡтары бер йыл тирәһе тынысланып та торғайны, тик быйыл тарих йәнә ҡабатлана башланы.
Республика етәксеһе етәкселәргә ҡыйбатлы сит ил  автомобилдәре алыуҙы тыйғас, законды  урап үтергә тырышып ҡараусылар ҙа, йәки «тимер ат»ҡа минивэн тип заказ биреүселәр ҙә бар. Республикала ойошторолған  эксперт советы дәүләт аҡсаһын  үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға теләүсе ошондай сос етәкселәргә ҡаршы көрәшәсәк инде.  Уның составына  төрлө өлкә  белгестәре лә,  йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә инә. Бөгөн  эксперт советы монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән берлектә тәүге  фекер алышыу үткәрҙе. Ултырышта билдәләнеүенсә,  дәүләт аҡсаһы һөҙөмтәле ҡулланылырға тейеш.
Бюджет аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы ҡулланыуҙа белгестәр генә түгел, ябай кешеләр ҙә ҡатнаша ала.  Бының өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ғәҙел һатып алыуҙар сайтына инеп теге йәки был  төбәктән бирелгән  заказға үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә мөмкин. Үҙәк штаб белгестәре ғариза буйынса тикшереү үткәреп, дәүләт аҡсаһына һатып алынған әйберҙең йәки күрһәтелгән хеҙмәттең  кәрәклеме-юҡмы икәнен асыҡлаясаҡ. Ҡурҡырға кәрәкмәй, тулы анонимлыҡ һаҡлана.  
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә,  йәмәғәтселек дәүләт  аҡсаһының нисек  тотонолыуына битараф ҡалырға тейеш түгел. Сөнки бюджет һәр беребеҙҙең  һалымдарынан туплана. Актив кешеләр  күберәк булған һайын етешһеҙлектәр кәмейәсәк.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Ғәҙел һатып алыуҙар өсөн» сайты  былтыр сентябрҙә эшләй башлаған. Бер йылдан ашыу ваҡыт эсендә дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыуҙың 400-гә яҡын осрағы теркәлгән, аҡсаға әйләндергәндә, 160 миллиард һум тирәһе. Был бер Рәсәй субъектының  йыллыҡ бюджеты тип әйтергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку