Билдәле булыуынса Баймаҡ районының бер нисә ауылында Әбйәлил эшҡыуары тегеү предприятиелары асып, 100 кешенән ашыу кешегә хеҙмәт урыны булдырғайны

Билдәле булыуынса Баймаҡ районының  бер нисә ауылында Әбйәлил эшҡыуары тегеү предприятиелары асып, 100 кешенән ашыу кешегә хеҙмәт урыны булдырғайны 13.08.2016

Эш өсөн махсус кейемдәр етештергән цехтың йәнә бер филиалы  Таулыҡай ауылында үҙ ишектәрен асасаҡ. Әле бригада  төҙөлөш эштаре менән  мәшғүл. Районда   Йомаш һәм Ҡолсора  ауылдарында асылған цехтар үҙен аҡлай.  Тимәк, был йәһәттән Таулыҡайҙа ла  эштең алға китеүенә шик юк.  

Төҙөлөш эштәре  июль аҙаҡтарында ғына башланһа ла, аруҡ эштәр тамамланған да. Иҙәнгә  арматуралар түшәлә, электр сымдарын алмаштырыла башлаған.  Бында Әбйәлил районынан һәм Магнит ҡалаһынан эшселәр йәлеп ителгән. Улар   өсөн һәр  сәғәт ҡәҙерле, сөнки бирелгән ваҡытҡа эштарҙе тамамлау,  цехтың эшмәкәрлеген йәһәйтеү  уларҙан тора.  
Оҙаҡламай сафҡа  инәсәк  тегеү цехы  һикһән  кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Ләкин бында эләгеү өсөн һынау ҙур. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар  ике ай буйы әҙерлек курстары  үтәсәк. Бының өсөн улар  стипендия ла ала. Курстарҙан һуң  эшкә һәләтлеләр  генә  алынасаҡ.
Цехтағы эштәрҙе  15 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана. Тимәк, оҙаҡламай тағы ла  80 -гә яҡын кешене    эшһеҙлек   проблемаһы урап үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку