Берҙәм эш ырамлы

Берҙәм эш ырамлы 14.12.2016

Ауырғазы районы халыҡ башланғыстарын хуплау проектына ҡушылып, йылдар буйы күҙәтелгән мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. Программала төбәктең  20 ауыл биләмәһе лә ҡатнаша.

Заманса тәҙрәләр ҡуйылғандан һуң синыф бүлмәһе тағы ла яҡтырып киткәндәй тойола. Мәктәп төҙөлгәндән бирле ул бер тапҡыр ҙа алыштырылмаған. 1973 йылда сафҡа ингән бина әллә ни иҫкермәһә лә, тәҙрә рамдарынан ел үтәнән-үтә өрә. Мәктәп коллективы ауыл халҡы менән бергәләп белем усағында ремонт эштәре уҙғарыу маҡсатын ҡуя. Башланғыс шунда уҡ  хуплау таба. Ҡорманай ғына түгел, Иҫке Әпсәләм ауылы халҡы ла әүҙемлек күрһәтә.
Ауыл башланғыстары хуплау программаһы буйынса халыҡтан 110 мең һум күләмендә аҡса йыйыла. Ҡорманай мәктәбен тамамлаған элекке уҡыусылар, урындағы эшҡыуарҙар ҙа матди ярҙам күрһәтә. Мәктәп бинаһы аҙна-ун көн эсендә яңы төҫ ала. Ә ошо уҡ райондың Балыҡлыкүл ауылы халҡы урындағы зыяратты ике аҙна эсендә  кәртәләп ҡуя.
Ғөмүмән, ауырғазылар халыҡ башланғыстарын хуплау проектында дәррәү ҡатнаша. Берҙәм көс ярҙамында төбәктә ауыл мәҙәниәт йорто һәм мәктәптәр төҙөкләндерелә, изге урындар кәртәләнеп алына һәм башҡалар. Эш әлбиттә, бының менән генә сикләнмәйәсәк. 2017 йылға улар тағы ла  яңы маҡсаттар билдәләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку