Бензиндың ҡиммәт булыуы күптәрҙе арзан автозаправка эҙләргә мәжбүр итә

Бензиндың ҡиммәт булыуы күптәрҙе арзан автозаправка эҙләргә мәжбүр итә 09.07.2014

Шул уҡ ваҡытта шәхси заправкаларҙағы яғыулыҡ сифаты ғына түгел, янғынға ҡаршы кәрәк-яраҡтың булмауы ла белгестәр һәм тикшереү органдарында борсолоу уята. Ул объекттарҙығы операторҙарҙың күпселеге тейешле документтар ҙа күрһәтә алмай.

Шул уҡ ваҡытта шәхси заправкаларҙағы яғыулыҡ сифаты ғына түгел, янғынға ҡаршы кәрәк-яраҡтың булмауы ла белгестәр һәм тикшереү органдарында борсолоу уята. Ул объекттарҙығы операторҙарҙың күпселеге тейешле документтар ҙа күрһәтә алмай.

Златоуст урамындағы шәхси заправкала янғын һүндереү әйберҙәре бөтөнләй юҡ. Закон нигеҙендә ғәҙел эшләгән кешегә бер ниндәй тикшереү ҙә ҡурҡыныс булырға тейеш түгел. Әммә бында беҙгә ябай ғына лицензия күрһәтеүҙән дә баш тарттылар.
Ярты йыл элек кенә бындағы бензин сифаты менән ҡыҙыҡһыныусы «Уфимское времечко» программаһын әҙерләүсе коллегаларыбыҙ уны экспертизаға биргәйне.
Был иҫке «Москвич»тың ошо заправкаға килеүен аңларға була. Ә инде «Форд» тиклем «Фордын» йәлләмәгән кешенең ҡылығына төшөнөүе ҡыйыныраҡ. Пенсионер Марат ағай Вәлиевкә бында «огнетушитель» тип йөрөтөлгән әйберҙең дә, йәшниктәргә тултырылған ҡомдоң булмауын да аңлатырға тырышабыҙ. Әммә янғын сыға ҡалһа ҡасып өлгөрөүгә өмөт итә ул.
Мәсьәләгә икенсе, йәғни бензиндың сифаты яғынан килеп ҡарайбыҙ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китте, сөнки Марат ағайҙың машинаһы тик һыу менән генә йөрөй алмай икән.
Әңгәмәсебеҙ етди тонға күсеп шәхси заправкалағы 10 литр бензиндан ғына 50 һум отоуы хаҡында әйтте. Нисек кенә булмаһын, баш ҡаланың Совет районы хакимиәте контейнер-заправкаларҙы ҡайҙа етте шунда ҡуйыусыларға ысын көрәш асты. Янғын йә шартлау ҡурҡынысы ҙур булған был «үҙэшмәкәрҙәр» объекттары ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек хасил була.
Никита Минаев, Өфөнөң «Янғын хәүефһеҙлеге идаралығы» инженеры: «7 заправканың 6-һын ябыуға өлгәштек. Һуңғы арала ғына тыйылған контейнер-заправкаларҙың береһе Ғөбәйҙуллин урамында тора ине. Бындай объекттарҙың хужалары ла, операторҙары ла тикшереүселәр менән аралашыуҙан баш тарта, документ һораһаң, уны етәксе үҙе менән йөрөтә тип алдаша башлайҙар».
Эйе, алдашыу осрағының үҙебеҙ ҙә шаһиттары булдыҡ. Был оператор ҙа, лицензияны хәҙер заправка хужаһы алып килә тип беҙҙе ике сәғәт көттөрҙө. Әммә ул ханым телефон аша беҙҙе әрләү менән хушланды. Златоуст урамындағы контейнер-заправка хужалары коллекцияны мул йыйыған. Ағас, бетон, тимер ҡалдыҡтары, кипкән ағас сүбе - бөтәһе лә бар бында. Кеше ғүмерен бәйҙә торған ошо эттекенә тиңләп ҡарау булып сыға түгелме был?
Ришат Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку