Бензинға хаҡ артыуы нимәгә килтерә?

Бензинға хаҡ артыуы нимәгә килтерә? 13.08.2014

Бөгөн ошо һәм башҡа мәсьәләләр Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығында үткән ултырышта тикшерелде. Фекер алышыуҙа  төрлө ведомство, нефть эшкәртеүсе предприятие вәкилдәре ҡатнашты.

Хаҡтарҙы юғары күтәреп  нефть компаниялары  ҡулланыусыларҙың  мәнфәғәтен ҡыҫырыҡлап ҡына ҡалмай, Рәсәйҙең күмәртәләп һатыу баҙарында нефть продукттарының  ирекле  әйләнешен  дә сикләй. Был башҡа компанияларҙың  нефть эшкәртеү  заводтарында  ремонт барған осорҙа айырыуса кире сағылыш таба, тип билдәләнде ултырышта. Был йәһәттән тәртип  урынлаштырыу шарт, тине Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева.
Автоһәүәҫкәрҙәр киң ҡулланған 92-се маркалы бензин 30 тингә артһа,  98-се бер һумғаса күтәрелгән. Дизель менән 95-се маркалы яғыулыҡ әлегә  үҙгәрешһеҙ. Хаҡтың артыуын белгестәр нефть продукттары биржаһының һәм һалымға хаҡ күтәрелеүе менән бәйләй. Әйткәндәй, быйыл бензин  дүртенсегә ҡиммәтләнә. Был ауыл хужалығына сығымдарҙы ла арттыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика