Белорет ҡалаһының Овчаренко урамында ике йыл элек яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла

Белорет ҡалаһының Овчаренко урамында ике йыл элек яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла 07.10.2016

Әммә фатир хужалары  йорттан ҡәнәғәт түгел. Уларҙың коммуналь хеҙмәттәргә лә, төҙөлөш компанияһына ла дәғүәләре бар.

Петрос Гулян фатир эсендә ҡуйылған газ һурыу ҡоролмаһындағы етешһеҙлектәргә зарлана. Күп ҡатлы йорт файҙаланыуға ике йыл элек тапшырыла, был тап төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәренең ғәйебе тигән ҡарашта уҙаман. Торлаҡтың бишенсе, алтынсы ҡаттарында йәшәүселәрҙең күбеһен ошо киҫкен мәсьәлә борсой. Етмәһә, ир коммуналь түләүҙәргә ҡуйылған хаҡ менән дә килешергә теләмәй. Сүп-сарҙы ваҡытында алып китмәйҙәр икән. Хәйер, йорттоң тышҡы яғы ла ҡыуандырмай. Яртылаш буялған торбалар, емерелә башлаған баҫҡыстар, ишектең домофоны ла йә эшләй, йә юҡ тиһәң дә була.
Яуым-төшөм була ҡалһа, ишек алдындағы козырек ҡотҡармай. Ул да еренә еткереп эшләнмәгән , күрәһең. Фатир хужалары бинаға инер өсөн күләүектәр кисеп йөрөргә мәжбүр. Бынан тыш, төҙөлөш компанияһына башҡа дәғүәләр ҙә етерлек. Эшселәр йорт ҡыйығында кәрәкмәгән кирбес, таҡталарын ташлар урынға ҡалдырып киткән.
Шулай ҙа фатир хужалары йорттоң эске яғында бер ниндәй ҙә етешһеҙлек юҡ,ти. Төҙөлөш эштәре ул яҡтан сифатлы башҡарылған. Урындағы коммуналь-хужалыҡ идараһында иһә граждандарҙан бер ниндәй ҙә ялыуҙар килмәүен әйттеләр. Коллектив ғариза яҙыусылар булмаған. Яҡтылыҡ буйынса ғына шылтыратыуҙар бар, әммә был мәсьәлә ваҡытында хәл ителә. Йортто файҙаланыу буйынса ҡабул итеү акты ла бар, төҙөүсе комания вәкилдәре биргән гарантия ваҡыты уҙмаған.
Ольга Казанцева, идарасы компания директоры урынбаҫары: «Төҙөлөш компанияһына быға тиклем дәғүәләр килмәне. Газ һурыу ҡоролмаһы буйынса ғына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнеләр. Был проблеманы ла беҙ бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Фатир хужалары адресыбыҙҙы белә. Уларҙан башҡа ғаризалар ҙа көтәбеҙ».
Фатир хужалары коммуналь хеҙмәттәр һәм төҙөлөш компанияһы менән  тиҙҙән уртаҡ тел табыр тип ышанғы килә.  2014 йылда файҙаланыуға тапшырылған торлаҡты барыһы ла түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Йорт та ваҡытында  төҙөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку