Беҙҙең редакцияға декрет ялындағы ике бала әсәһе мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға декрет ялындағы ике бала әсәһе мөрәжәғәт итте 02.12.2016

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе ғаиләнең балаларҙы ашатыу, коммуналь хеҙмәттәргә түләү мөмкинлеге юҡ. Күптәр кредиттарын ҡаплай алмай, бурысҡа батҡан. Ғаилә башлыҡтары үҙҙәренә тәғәйен хеҙмәт хаҡын талап итеп, айҙар буйы ойошма тупһаһын тапарға мәжбүр.

Типһә тимер өҙөр был ир-егеттәр «Лизингстроймаш» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Улар юғары эш хаҡы вәғәҙә иткән был ойошмаға хеҙмәт килешеүе буйынса эшкә урынлашҡан.
Ир-егеттәрҙең күбеһе бер-нисә вахта ғына эшләп өлгөргән. Ринат Иҫергәковҡа хаҡлы ялға сығырға бер генә йыл ҡалған була.Элекке эшенән ҡыҫҡатылыуға дусар булғас, хеҙмәт стажын тултырыр өсөн был ойошмаға эшкә урынлашҡан.
Ике бала әсәһе Лиана Вәлиәхмәтоваға ла еңел түгел. Уның тормош иптәше августан бирле эш хаҡы алғаны юҡ. Һөҙөмтәлә   дүрт йәшлек Дарина балалар баҡсаһына йөрөй алмай, дүрт айлыҡ Реналь өсөн балалар пособиеһы ла түләнмәй. Белешмәлә тормош иптәше юғары эш хаҡы ала тип яҙылған. Тик ул аҡсаларҙы ғаиләнең күргәне юҡ әлегә.
Был етәксенең ҡабул итеү бүлмәһе.Эш хаҡын таптырып тамам ярһыған халыҡҡа яуап биреүҙән ҡасып бөтә документтар менән ул икенсе бүлмәгә бикләнгән.
Үҙ мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр юлланыусы баш бухгалтер ҙа хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ҡатындарының «Хеҙмәт килешеүе  буйына эшләгәнгә  хеҙмәт хаҡы ҡасан буласаҡ» тигән һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Хеҙмәткәрҙәр күпме гәнә ғәҙеллек талап итмәһен, уларҙа ишетеүсе һәм хәленә инергә теләүсе  табылманы. Улар бергәләшеп үҙ хоҡуҡтарын артабан прокуратура һәм суд аша яҡларға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку