Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында ҡорот эшләү цехы асылды

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында ҡорот эшләү цехы асылды 09.08.2014

Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зөлфирә Әминева үҙе Өфөлә йәшәһә лә, милли ризыҡтарҙы етештереү эшен тыуған ауылында асырға ниәт итә. Был, беренсенән, ауылдаштарын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итһә, икенсенән, шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйып, ғаилә бюджетын тулыландырыу мөмкинлеген бирә. Эште ышанып тапшырыу өсөн ауылдағы туғандар - алыштырғыһыҙ ярҙамсы, ти эшҡыуар.

Ҡорот эшләү цехы ауылдың ташландыҡ фермаһы аҙбарының бер мөйөшөндә урынлашҡан. Бинаны йүнәтеү, ремонтлауҙы эшҡыуар март айҙарында башлай. Йылылыҡ, электр селтәре, һыу үткәрелә.
Цехты асыу тантанаһында Ниғәмәт ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Вәхитова эш башлаусыларға уңыштар теләне. Араның алыҫлығына ҡарамайынса яҡташтарын ҡеүәтләп яңы эш урындары булдырыуҙарына рәхмәтен еткерҙе. Цех башлыса ҡорот эшләүгә йүнәлтелһә лә, ҡыҙыл эремсек, май, эркет һыуы етештереүгә лә махсус лицензиялар алынған. Предприятиеның етештереү ҡеүәте  көнөнә тонна ярым һөт эшкәртеү көсөнә эйә. Бөгөнгә 500 литр һөт ҡабул ителә. Әйткәндәй, ҡоролмаларҙы һатып алыуҙа Баймаҡ муниципаль районы хакимиәте ярҙам күрһәтә. «Старт-ап» муниципаль программа сиктәрендә өс йөҙ мең һум күләмендә аҡса бүленә. Был пар генераторын эшҡыуар махсус заказ буйынса Екатеринбург ҡалаһынан алдырған.
Бөгөнгө көндә цехта барлығы алты ҡатын-ҡыҙ эшләй. Улар иңенә халыҡтан һөт ҡабул итеп алыу, уны эшкәртеү һәм әҙер продукцияны һатыуға әҙерләү бурысы йөкмәтелгән.
Һатыуға килгәндә, ҡоротто республиканың танылған «Байрам» сауҙа селтәре магазиндарына ҡуйыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.  Райондан, республиканан тыш, өлкәләргә лә һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр.
Халҡыбыҙың милли ризыҡтарына ихтыяж һәр саҡ ҙур булды. Һатыу итеү даирәһен киңәйтеп, үҙ продукцияһын күрше өлкәләргә лә сығарыуҙы маҡсат итеп алған эшҡыуар уның данын тағы арттырыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку